Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабря 2023, 07:30

"Донъя шундай матур", - ти Тәүәкән ағинәйе

Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән, аҡыллы балалар үҫтергән, матур донъя көткән кеше ул -  Миңһылыу Абдулла ҡыҙы Ҡаразбаева.

"Донъя шундай матур", - ти Тәүәкән ағинәйе"Донъя шундай матур", - ти Тәүәкән ағинәйе
"Донъя шундай матур", - ти Тәүәкән ағинәйе

1943 йылда Бикес ауылында донъяға килгән Миңһылыу апай. Атаһы һуғышта алған йәрәхәттәренән мандый алмай, ул ҡарында саҡта уҡ вафат була. Әсәһе Ғәйниһан инәй өс бала менән тол ҡала.

  Яңғыҙ әсәһенә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышҡан ҡыҙ Теләүембәт урта мәктәбендә етенсе класты тамамлағас уҡ колхозға эшкә сыға. Балалыҡтан яңы сыҡҡан үҫмергә ун дүрт һыйырҙы ҡул менән һауыу бик еңелдән булмай, әлбиттә.

  1961 йылда Тәүәкән ауылында йәшәүсе Ғизелхаҡ исемле егет менән танышып, Ҡаразбаевтар ғаиләһенә килен булып төшә. Ҡайныһы менән 5-6 йыл, бейеме менән 15 йыл бергә йәшәй улар.

  Ни тиклем ауыр булһа ла, байтаҡ ваҡыт яратҡан эшен ташламай, килен булып төшкән ауылында ла ферма юлын тапай Миңһылыу апай. Һауынсы ла була, быҙау ҙа ҡарай. Тәүҙә колхозда, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы 24 йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй.

43 йыл бергә матур ғүмер кисерә Миңһылыу апай менән Ғизелхаҡ ағай. Оло үкенескә күрә, ғаилә башлығы 62 йәшендә ҡапыл ғына йөрәк сиренән баҡыйлыҡҡа күсә. Ауыр ҡайғыны балалары менән бергә күтәрә әсә...

 Әйткәндәй, өрлөктәй биш ул, сәскәләй бер ҡыҙ үҫтергән Ҡаразбаевтар. Уларҙың һәр ҡайһыһына юғары белем алырға ярҙам итеп, матур туйҙар яһап, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Хәҙер инде Миңһылыу апай өләсәй-ҡәрсәй генә түгел, ҡарт өләсәй-ҡәрсәй ҙә.

Уның хаҡындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡығыҙ.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас