Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2023, 12:20

Бөгөн - Ватан Геройҙары көнө

Ул 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Шулай ҙа уның тарихы күпкә бай...

Бөгөн - Ватан Геройҙары көнөБөгөн - Ватан Геройҙары көнө
Бөгөн - Ватан Геройҙары көнө

    Ватан Геройҙары көнө алдынан Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында район мәктәптәре уҡыусылары өсөн тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үткәрелде. Унда балалар Изге Георгий Победоносец орденын булдырыу менән туранан-тура бәйле иҫтәлекле датаның барлыҡҡа килеү тарихы менән, шулай уҡ беҙҙең заман геройҙары - Афған, Чечен һуғыштары һәм махсус хәрби операция геройҙарының исемдәре менән танышты. Рәсәй Геройҙары, яҡташтарыбыҙ Юрий Климов һәм Мансур Рафиҡов тураһында фәһемле фильм ҡараны.


 Сарала Яңы Хвалын,   Мораҡ  1-се урта  мәктәптәре уҡыусылары,  Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалының 1-се, 2-се курстарында белем алыусылар ҡатнашты.

 

Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыларына  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы - «Ман» позывнойлы яҡташыбыҙ менән аралашырға ла насип булды.   

 

Бөгөн - Ватан Геройҙары көнө
Бөгөн - Ватан Геройҙары көнө
Бөгөн - Ватан Геройҙары көнө
Бөгөн - Ватан Геройҙары көнө
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас