Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2023, 09:59

Йәштәр араһында абруйы ҙур

Яугир әсәйҙәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Балаларының ут эсендә йөрөгәнен белһәләр ҙә, сабыр була беләләр, көн-төн улар иҫәнлегенә доғалар ҡылалар. Азэ позывнойлы яугирҙың әсәһе Гөлнур апайҙан: - Улығыҙҙың “яуға китәм” тиеүен нисек ҡабул иттегеҙ? - тип һорайбыҙ.  – Тәүҙә, декабрҙә, Украинаға барам тигәнендә риза булмағайныҡ. Тик улыбыҙҙың һаман хәрби комиссариатҡа барып, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүен белдергәс, Башҡортостандан махсус батальондар төҙөлөүен ишеткәс, риза булдыҡ. Үҙе теләп барҙы, бәләкәйҙән шундай ныҡышмал, маҡсатына ирешеүсән ул. Ауыҙына алған һүҙен эшләмәй ҡалмай, ауырлыҡтарҙан да ҡурҡмай, алдына ҡуйған маҡсатына һәр саҡ ирешә, әйткән һүҙендә лә тора белә. Йәштәр араһында ла абруйы ҙур, әле Өфөнән дуҫтары күмәкләп барып ҡаршы алғандар, - ти әсә кеше улы менән ғорурланып. Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? *Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссариатына, адресы: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1. Телефоны: 8(34789)2-14-57). *Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пукнтына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефоны: 8 (347) 218-19-19.   Кем котракт буйынса хәрби хеҙмәткә бара ала?  *Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста һаналған 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә (һирәк һөнәрҙәр һәм иҫкәрмәләр осрағында – 65 йәшкәсә). *Хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-ат контракт килешеүе төҙөй ала.   Контракттың ваҡыты: *рядовойҙан прапорщикка тиклем – алты ай һәм унан күберәк; *офицерҙарға – өс йылдан биш йылға тиклем.        

Яугир әсәйҙәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Балаларының ут эсендә йөрөгәнен белһәләр ҙә, сабыр була беләләр, көн-төн улар иҫәнлегенә доғалар ҡылалар. Азэ позывнойлы яугирҙың әсәһе Гөлнур апайҙан:

- Улығыҙҙың “яуға китәм” тиеүен нисек ҡабул иттегеҙ? - тип һорайбыҙ.

 – Тәүҙә, декабрҙә, Украинаға барам тигәнендә риза булмағайныҡ. Тик улыбыҙҙың һаман хәрби комиссариатҡа барып, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүен белдергәс, Башҡортостандан махсус батальондар төҙөлөүен ишеткәс, риза булдыҡ. Үҙе теләп барҙы, бәләкәйҙән шундай ныҡышмал, маҡсатына ирешеүсән ул. Ауыҙына алған һүҙен эшләмәй ҡалмай, ауырлыҡтарҙан да ҡурҡмай, алдына ҡуйған маҡсатына һәр саҡ ирешә, әйткән һүҙендә лә тора белә. Йәштәр араһында ла абруйы ҙур, әле Өфөнән дуҫтары күмәкләп барып ҡаршы алғандар, - ти әсә кеше улы менән ғорурланып.

Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

*Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссариатына, адресы: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1. Телефоны: 8(34789)2-14-57).

*Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пукнтына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефоны: 8 (347) 218-19-19.

 

Кем котракт буйынса хәрби хеҙмәткә бара ала?

 *Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста һаналған 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә (һирәк һөнәрҙәр һәм иҫкәрмәләр осрағында – 65 йәшкәсә).

*Хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-ат контракт килешеүе төҙөй ала.

 

Контракттың ваҡыты:

*рядовойҙан прапорщикка тиклем – алты ай һәм унан күберәк;

*офицерҙарға – өс йылдан биш йылға тиклем.  

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас