Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2023, 05:00

Илһөйәрлек тәрбиәләү - изге бурыс

Районыбыҙҙа балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Кисә, мәҫәлән, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Тарихты һаҡлаусыларға бағышлау тантанаһын ойошторҙо.

Илһөйәрлек тәрбиәләү - изге бурысИлһөйәрлек тәрбиәләү - изге бурыс
Илһөйәрлек тәрбиәләү - изге бурыс

 Унда мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге начальнигы Әбдрәхимова Әлиә Хәмәтйән ҡыҙы, мәғариф бүлеге методисы Ялмамбәтова Әлиә Нәжип ҡыҙы, Күгәрсен тарих-яҡты өйрәнеү музейы директоры Сәйетбатталов Рөстәм Миңлеғәли улы,  «Йәш Күгәрсендәр», «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар ойошмаһы рәйесе - Романова Татьяна Геннадьевна,   «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Теүәлбаева Эльза Садиҡ ҡыҙы,   Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы - «Ман»ы позывнойлы яугир ҡатнашты.

Тарихты һаҡлаусылар сафына баҫҡан уҡыусылар ант ҡабул итте һәм илебеҙҙең мираҫын киләһе быуынға тапшырырға һүҙ бирҙе.

Сараны «Веретенце» өлгөлө фольклор ансамбленең һәм урындағы “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе белгесе  Хөснуллина Нәркәстең ижади сығыштары биҙәне.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас