Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2023, 09:48

“Бөтәбеҙҙә уртаҡ маҡсат...”

Өфөлә эшләп йөрөгән егет мобилизация башланғас та яуға барырға ниәт итә, әммә ата-әсәһе риза булмағас, хәрби комиссариат та кисектереп торғас, кире эшенә юллана. Алдына алған һүҙен һүҙ итмәгән егет егет буламы ла, дөрөҫлөк өсөн яуға ынтылған егетте тотоп буламы?! Ҡыйыу яҡташыбыҙ һүҙен-һүҙ итә һәм 2023 йылдың майында Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальон составында махсус хәрби операцияға юллана.

“Бөтәбеҙҙә уртаҡ маҡсат...”“Бөтәбеҙҙә уртаҡ маҡсат...”
“Бөтәбеҙҙә уртаҡ маҡсат...”

Алғы һыҙыҡта йөрөгән яҡташтарыбыҙҙың барыһын да өйҙә көтәләр. Азэ позывнойлы ҡыйыу егеттең дә ялға ҡайтҡанын ата-әсәһе, туғандары ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ялда булыуынан файҙаланып, беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре лә, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

 Азэ районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһендә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, тракторсы һөнәренә уҡый. Унан инде Ватан алдындағы изге бурысын Мәскәү янында танк ғәскәрҙәрендә үтәп ҡайта. Өфөлә эшләп йөрөгән егет мобилизация башланғас та яуға барырға ниәт итә, әммә ата-әсәһе риза булмағас, хәрби комиссариат та кисектереп торғас, кире эшенә юллана. Алдына алған һүҙен һүҙ итмәгән егет егет буламы ла, дөрөҫлөк өсөн яуға ынтылған егетте тотоп буламы?! Ҡыйыу яҡташыбыҙ һүҙен-һүҙ итә һәм 2023 йылдың майында Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальон составында махсус хәрби операцияға юллана. Контракт буйынса хеҙмәткә барған егет ҡушаматты ла оҙаҡ эҙләмәй, әрмелә хеҙмәт иткәндә егеттәр үҙенә таҡҡан Азэ позывнойын ала. Шулай итеп, 3 ай Һамарҙа учебка үткәс, уларҙы Кременнойға ебәрәләр. Әле ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының взвод командиры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.

 - Йәшәү шарттары нисек? - тип һорайбыҙ хәрби-ялан шарттарында йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй.

 –Үҙебеҙгә йәшәү өсөн блиндаждар эшләнек. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, үҙебеҙҙең аранан аш-һыу әҙерләргә оҫта бер егетте билдәләнек, ул беҙгә ашарға әҙерләй. Мунса ла эшләнек, шунда мөмкинлек булғанда йыуынып алабыҙ. Һыуҙы цистерналар менән килтерәләр, әгәр юл булмаһа, һыуһыҙ ҙа ултырырға тура килә.

 Төрлө район-ҡалаларҙан гуманитар ярҙам килеп тора, балаларҙың хаттарын уҡыуы ҡыҙыҡ, уларҙы стенаға элеп ҡуйҙыҡ, күңелһеҙ булғанда йәки һағынып киткәндә уларҙы яңынан уҡып алабыҙ, - ти ул.

 - Ата-әсәйеңә йыш шылтыратып тораһыңмы, ғөмүмән, бәйләнешкә инеүе ауырмы? - тигән һорауға ла асыҡлыҡ индерҙе яугир.  - Йыш һөйләшеп торабыҙ, яңы барған ваҡытта бәйләнешкә сығыуы ауырыраҡ ине, хәҙер, спутник антеннаһы ҡуйғас, элемтә яҡшырҙы, - тине ул. 

Беҙҙең әңгәмәгә яугирҙың әсәһе лә ҡушыла.

- Улығыҙҙың “яуға китәм” тиеүен нисек ҡабул иттегеҙ?

 – Тәүҙә, декабрҙә, Украинаға барам тигәнендә риза булмағайныҡ. Тик улыбыҙҙың һаман хәрби комиссариатҡа барып, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүен белдергәс, Башҡортостандан махсус батальондар төҙөлөүен ишеткәс, риза булдыҡ. Үҙе теләп барҙы, бәләкәйҙән шундай ныҡышмал, маҡсатына ирешеүсән ул. Ауыҙына алған һүҙен эшләмәй ҡалмай, ауырлыҡтарҙан да ҡурҡмай, алдына ҡуйған маҡсатына һәр саҡ ирешә, әйткән һүҙендә лә тора белә. Йәштәр араһында ла абруйы ҙур, әле Өфөнән дуҫтары күмәкләп барып ҡаршы алғандар, - ти әсә кеше улы менән ғорурланып.

 - Унда егеттәр менән ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ? - тип һорайбыҙ егеттән.

 – Һәйбәт, үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ. Уртаҡ маҡсат, уртаҡ эш менән шөғөлләнгәндә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Әгәр бер маҡсатта эшләмәһәк, һөҙөмтә килеп тә сыҡмаясаҡ - ти ул.

 Эйе, Азэ кеүек Ватан өсөн тоғро егеттәр арабыҙҙа күп булғанда, илебеҙ, уның именлеге өсөн күңел тыныс.

Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

*Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссариатына, адресы: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1. Телефоны: 8(34789)2-14-57).

*Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пукнтына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефоны: 8 (347) 218-19-19.

 

Кем котракт буйынса хәрби хеҙмәткә бара ала?

 *Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста һаналған 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә (һирәк һөнәрҙәр һәм иҫкәрмәләр осрағында – 65 йәшкәсә).

*Хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-ат контракт килешеүе төҙөй ала.

 

Контракттың ваҡыты:

*рядовойҙан прапорщикка тиклем – алты ай һәм унан күберәк;

*офицерҙарға – өс йылдан биш йылға тиклем.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас