Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2023, 04:59

Аҫалы балаҫ оҫтаһы

 “Мораҙым” гәзитенең даими авторы, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты, үҙешмәкәр шағирә, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллина тураһында булыр бөгөнгө һүҙебеҙ.  Зөлфиә апайҙы гәзит уҡыусылар ижадсы булараҡ белһә, ошо мәҡәлә аша уның ысын мәғәнәһендә алтын ҡуллы балаҫ оҫтаһы булараҡ та таныр тип уйлайбыҙ. - Ҡатын-ҡыҙ, ысынлап та, бөтә булмышы менән үҙ донъяһын матурлыҡ менән тулыландырыусы, ҡот өҫтәүсе булып тора. Мин гүзәллекте нескә тойған кешеләр мөхитендә үҫтем.   Иҫемдә, бәләкәй ваҡытта әбейем  (атайымдың әсәһе) балаҫ һуғыуына һоҡланып ҡарап тора торғайныҡ. Ул күберәк буй балаҫ һуҡты. Өс төҫлө ептән буй һуғып ала ла, аҙаҡ бер-береһенә ҡушып ебәрә, ситтәре тигеҙ булһын өсөн ҡалыныраҡ туҡыма менән тегеп тә ҡуя ине. Әбей күрмәгәндә беҙ ҙә эшләп ҡараған булабыҙ, яңылыштырып та китәбеҙ ҡайсаҡ.   Әбей мәрхүмә булғас, уның станогында әсәйем һуҡты. Оҫта булды ул да. Селтәрҙәр ҙә бәйләне, алъяпҡыстар ҙа сикте, тирә-яҡ ауылдарҙа мейес тә сығарҙы.  Атайым да оҫта ҡуллы булды, этажеркалар, тумбочкалар яһаны. Әсәйем шул этажеркаларға, карауат аҫтарына селтәр бәйләп элер ине. Донъябыҙ күркәм, матур булды. Мин кейәүгә сыҡҡанда һуғып биргән балаҫ әле лә бар. Урын-ергә түшәгән һайын әсәйемдең ҡул йылыһын тойғандай булам,- ти ул.

 - Балаҫҡа тотоноуҙың үҙ ырым-ышаныстары ла бар. Эш башлағанда тәҙрәгә күҙ һалып, күҙгә нимә салына – шуға ҡарап юрайһың. Мәҫәлән, осоп барған ҡош күрһәң, эшең тиҙ ырай. Шулай уҡ кеше үтеп барһа ла, һынарға була: уңған, бөтмөр, етеҙ кеше осраһа,  балаҫ та тиҙ тамамлана.

 Өйгә берәйһе килеп инһә инде, унан: “Балаҫ башланым, юлыңда ни осраны?” тип һорайһың.  “Сабып барған атҡа юлыҡтым”, “Осоп барған ҡош осраттым” тип яуаплаһалар, эшең ыңғай була, - ти Зөлфиә апай.

 Ысынлап та, был ырымдар борондан килгән. Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы уны ейән-ейәнсәрҙәренә лә өйрәтеп, һеңдереп ҡалырға тырыша:

 - Мәктәптән һуң балалар килгән ваҡытта ҡайһы саҡта балаҫ һуғып ултырған булам. Килеп инеү менән һорайым: нимә күрҙегеҙ, нимә осраттығыҙ тип. Улар өйрәнеп бөткән, эш башлаусыға нисек хөрмәт күрһәтергә яҡшы беләләр, матур итеп теләктәрен теләп ҡуялар.

 Уңған хужабикәгә балаҫ һуғыу нескәлектәрен өйрәнергә теләп йәш ҡатындар ҙа йыш килә. Ауылдағы “Ак калфак”  ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары ла Зөлфиә апайҙың көтөп алған ҡунағы. Беҙ барған көндә лә улар бер табын артында йыйылды.

 Был йәмәғәт ойошма Фәрәһиә Вәлитова тәҡдиме менән барлыҡҡа килә.

 - Ауылдаштарым бик әүҙем. “Ак калфак”ты ойоштороп ебәргәс,  иң тәүҙә бергәләшеп  күлдәклек туҡыма һатып алып, күлдәк-алъяпҡыстар, ҡалпаҡтар тектереп, сигеп кейҙек. Беҙ, хаҡлы ялдағы гүзәл заттар, көн аралаш клубта йыйылып, мөнәжәттәр, йырҙар өйрәнәбеҙ, серләшәбеҙ.  Байрамдарҙа йырҙар йырлап, шиғырҙар уҡып, уйындар уйнап күңел асабыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, өмәләргә, ҡыш ҡул эштәрен тотоп кис ултырыуҙарға йөрөйбөҙ, - тип ауылдаштары менән ғорурлана Зөлфиә апай.

 - Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙына килгән һайын нимәгәлер өйрәнеп ҡайтабыҙ. Ул ҡул эше булһынмы, ул тормошсан кәңәше булһынмы – һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бер тик ултырғанын күрмәҫһең, аш-һыуға ла оҫта, мул итеп баҡсаһын үҫтерә, ҡош-ҡортон да аҫрай, ижад өсөн дә ваҡытын таба. Үҙнәшер менән һигеҙ китап сығарған ауылдашыбыҙҙың шиғырҙарын, хикәйәләрен район, республика баҫмаларында күреп беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Берәй сараға шиғырмы, йырмы кәрәк булһа, шунда уҡ яҙа һала. Бар яҡлап та уңған, өлгө ул беҙгә, - тиҙәр әхирәттәре.

 Ысынлап та, ҡот, нур уйнап торған йортонан кеше өҙөлмәй Зөлфиә апайҙың. Йомош менән инһендәрме, кәңәш һорап килһендәрме – һәр береһенә йөҙө яҡты, ишеге асыҡ. Боронғолоҡҡа иғтибары һәм ихтирамы әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған һөнәрҙе киләсәк быуынға еткереү бурысын үҙ өҫтөнә алыуы иһә айырыуса һоҡланыуға лайыҡ. Заман башҡа- заң башҡа, түшәк-ҡаралтыға ҡытлыҡ булмаған осорҙа йәшәһәк тә, күҙ нурыңды түгеп, күңел йылыңды һалып, яҡындарыңа инселәп һуҡҡан аҫалы балаҫтар быуындан-быуынға ҡәҙерле монаят булып һаҡланасаҡ әле.

Аҫалы балаҫ оҫтаһы
Аҫалы балаҫ оҫтаһы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас