Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2023, 04:45

Юлай Ильясов ни өсөн СВО-ға юлланған?

«Махсус хәрби операция башланғас та ошо хаҡта уйлай башлағайным инде. Ике тапҡыр гуманитар ярҙам менән барып ҡайтҡас, ныҡлы ҡарарға килдем. Бына ноябрҙә барыһы ла хәл ителде», - тине ул.

Юлай Ильясов ни өсөн СВО-ға юлланған?Юлай Ильясов ни өсөн СВО-ға юлланған?
Юлай Ильясов ни өсөн СВО-ға юлланған?

Юлай Ильясовтың тормош иптәше Лилиә Михайлова Мариуполь ҡалаһында гуманитар миссияны етәкләй, Рәсәйҙең яңы төбәктәре буйлап оҙайлы сәфәрҙә йөрөй. Шуға күрә ул иренең ҡарарын хуплай. Көйөргәҙе хакимиәте башлығы яҡташтарының да рухи яҡтан ярҙамын тойған.

«Аҙаҡҡаса бер кемгә лә әйтмәнем. Был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр яуа башланы. Бөтәһе лә тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙы теләй. Халыҡтың хуплауы минең өсөн бик мөһим», - тине Юлай Ильясов.

Алғы һыҙыҡта ул авиация разведкаһы менән шөғөлләнергә ниәтләй.

«Мин Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыным, осоу аппараттарының электр ҡорамалдары. Ниһайәт, һөнәрем буйынса эшләрмен», - тип белдерҙе Юлай Талха улы.

Автор:
Читайте нас