Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2023, 06:30

Ағиинәйҙәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмай

Махсус хәрби операцияла йөрөүсе егеттәребеҙгә ярҙам итеүгә күптәр ҡушылды. Район ағинәйҙәре лә әле ойоҡ бәйләһенме, башҡа ярҙам йыйһынмы - ҡулдарынан килгән тиклем үҙ өлөштәрен индерәләр.

Ағиинәйҙәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмайАғиинәйҙәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмай
Ағиинәйҙәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмай

Ошо көндәрҙә улар Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылды. Уларҙың маҡсаты - махсус хәрби операция өсөн маскировка селтәрен үрергә өйрәнеү һәм үҙ ауылдарында был эште яйға һалыу.

- Музейҙа һәм хәйриә концерты ваҡытында үрелгән тәүге сетка махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам менән оҙатылды. Был эште дауам итер өсөн (тауар һәм сетка алыр өсөн) сығымдар талап ителә. Тәүге селтәрҙе алыуҙа матди ярҙам күрһәткән фермер Дмитрий Агеевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти музей директоры Рөстәм Сәйетбатталов.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас