Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2023, 07:34

Район халҡы батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Районыбыҙҙа йәнә ҙур ҡайғы. Оло юғалтыу. Украинала барған махсус хәрби операцияла яҡташыбыҙ, Исем ауылы егете Сәғитов Рәмил Наил улы батырҙарса һәләк булды. Бөгөн район халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты. Яугирҙың ата-әсәһе Наил Әнүәр улының, Әнисә Усман ҡыҙының, ҡатыны Гөлшат Ирек ҡыҙының, яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.    Тыныс йоҡла яугир, йәнең йәннәттә, урының ожмахта булһын!

Район халҡы батыр улын һуңғы юлға оҙаттыРайон халҡы батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Район халҡы батыр улын һуңғы юлға оҙатты

 Рәмил Сәғитов 1990 йылдың 5 февралендә Исем ауылында донъяға килә. 1997 – 2008 йылдарҙа ауылдағы урта мәктәптә уҡый, 2008-2011 йылдарҙа Наумовка ауыл хужалығы техникумының “Механизация” бүлегендә белем ала.  

 Ағымдағы йылда РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

 Рәмил Наил улы 2023 йылдың 10 ноябрендә хәрби задание үтәгән мәлдә һәләк була.

 Яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн  рядовой Рәмил Сәғитов, РФ Президенты указына ярашлы, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

 Тыныс йоҡла, яугир! Йәнең йәннәттә, урының ожмахта булһын!  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас