Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2023, 05:07

Бала саҡтар, йәш саҡтар, кеҫә тулы борсаҡтар…

Катокта (каруселдә) шыуғанда боҙҙа йығылып танауҙарын ҡанатыусыларҙы иҫәпкә алмағанда, бәлә – ҡаза булманы-булыуын. Йәй етһә, бар йәш-елкенсәк Арыҡ буйында булыр ине. Дөп тә дөп туп һуҡҡандарҙың тауыштары, уларҙың уйынын күҙәткән бала-сағаларҙың сыр-сыу килгәне ауылға уҡ ишетелә.

Бала саҡтар, йәш саҡтар, кеҫә тулы борсаҡтар…Бала саҡтар, йәш саҡтар, кеҫә тулы борсаҡтар…
Бала саҡтар, йәш саҡтар, кеҫә тулы борсаҡтар…

Беҙ үҫкәндә тормошобоҙға аҙмы-күпме йоғонто яһаған ағайҙарыбыҙ тураһында һөйләйем әле...
 Ғәли, Хәйҙәр, Кәбир, Миңләхмәт, Рәшит абзыйҙарҙың әүҙемлегенә иҫебеҙ китә ине. Велосипедта елдертеп йөрөү тиһеңме, Арыҡ аръяғында бағана башына арба тәгәрмәсе ҡуйып, “Гигант аҙымдар” бәүелсәген эшләүме, йә волейбол уйнарға сетка элеп ҡуйыу, баҡса башындағы күлдә әлеге лә баяғы арба тәгәрмәсенә тәртә беркетеп, шуға саналарҙы эләктереп карусель яһау тиһеңме-  барыһы ла килә ине уларҙың ҡулдарынан. Хайран ҡалырһың: кем уларға тәгәрмәс-маҙарын биргән дә, шундай техник яҡтан ҡатмарлы ҡулланма яһарға рөхсәт иткән!

 Катокта (каруселдә) шыуғанда боҙҙа йығылып танауҙарын ҡанатыусыларҙы иҫәпкә алмағанда, бәлә – ҡаза булманы-булыуын. Йәй етһә, бар йәш-елкенсәк Арыҡ буйында булыр ине. Дөп тә дөп туп һуҡҡандарҙың тауыштары, уларҙың уйынын күҙәткән бала-сағаларҙың сыр-сыу килгәне ауылға уҡ ишетелә.

 Ғаилә ҡороп, гөрләтеп донъя көткәндәр иһә Арыҡ аръяғына сыҡмай, улар үҙҙәренең ҡапҡа төптәрендә, йә күршеләре янында көтөү ҡаршы алалар. Ҡатындар ул ике арала шәл бәйләй, әбей-һәбейҙәр бәпес ҡарай. Бер һүҙ менән әйткәндә, тик торған кеше юҡ.
 Мал-тыуар ҡураға ябылып, һыйырҙар һауылғас, киске аш ашалып, ҡашығаяҡ йыуылғас ҡына уйынға сыға йәштәр. Йәй көнө Эйек буйында - усаҡ янындағы уйындар беҙ үҫкәс кенә булды. Ә 1948-1950 йылдарҙа тыуған йәштәр Арыҡтың күперендә бейейҙәр ине. Ҡасып ҡына ҡарарға барабыҙ, әммә беҙҙе күреп ҡалған апайҙар ҡыуып ҡайтаралар.
 Эй, оҫталар ине беҙҙең ауыл егеттәре! Кәбир ағай менән Рәшит ағайҙың яҙыусыларҙың китаптағы портреттарына ҡарап альбом битен тултырып һүрәт төшөргәндәрен күреп иҫем киткәйне бер ваҡыт. Рәшит Ниғмәти менән Мәжит Ғафуриҙың китаптағы һүрәттәре арҡырыға-буйға сантиметр һайын ябай ҡәләм менән һыҙылған. Баҡтиһәң, шул шаҡмаҡтарҙағы һыҙыҡтар буйынса төшөрәләр икән!
Аҙағыраҡ беҙҙе лә уйындарҙан ҡыумай башланылар. Бейер өсөн генә килә инек, тиһәм дә, яңылыш булмаҫ. Нисек матур уйнайҙар ине гармунда! Береһе арыһа, уны икенсеһе алыштыра. Шәкирйән еҙнә лә уйнай, ҡайһы саҡ Дамир ағай үҙенең баянында уйнап, оҫталығын күрһәтеп китә. Ул уйнаған көйҙәр айырылып тора. Рэдик Фәсхетдиновтан кәм уйнамай ине!
  Уҡыусылар концерт ҡуйғанда мәктәп шығырым тула. Ололар парталарҙа, бәләкәйҙәр иҙәндә йә әсәләренең итәгендә ултыра, йәштәр ишек төбөндә йә соланда була, аҙаҡ уйынға ҡалыр өсөн концерт бөткәнен көтәләр. 

 Гармунда ниндәй генә оҫта уйнаһалар ҙа, ағайҙар мәктәп балалары ҡуйған концерттарҙа оҫталыҡтарын күрһәтеп барманылар. Балаларҙы бейеткәндә Хөббөниса апа үҙенең тормош иптәше Вәсил абзыйҙы концертҡа саҡыра ине.

 Һуңыраҡ беҙҙең йәштәш егеттәр ҙә гармунда өйрәнеп алды. Күберәк Урал бейетә, Хәсән, Хөсәйен йыр көйҙәрен уйнайҙар, үҙҙәре лә матур йырлайҙар ине. Ҡалғандар кеше алдында уйнарға оялалар ине, ахрыһы. Уның ҡарауы бейей торғайнылар. Айырым да, парлашып та...  “Өсөнсө артыҡ” уйынында гармун көйөнә бейеп, көй туҡтағас та парлашырға кәрәк, парһыҙ тороп ҡалған кеше “фантик” бирә, аҙаҡ уны һатып алыр өсөн “наказ” үтәй. Апайым минең Мәскәүгә туристик походҡа барғанда алып ҡайтҡан алтын йондоҙло “Герой-ҡала” значогымды “фантик”ка бирҙе лә, йырларға наказ сыҡҡас, оялып йырламаны ла ҡуйҙы. Илап һораһам да значогымды  ҡабат бирмәнеләр. Парлы сейә формаһындағы брошкам да шул “фантик”ка бирелде лә, кире ҡайтманы. Үтәлергә тейешле наказдар ҡыҙыҡ була торғайны. Хәйҙәр ағайҙы наказ биреүсе итеп ултыртһалар, бигерәк тә. Уның йә йәшел борсаҡ, йә ҡыяр ашағыһы килә. Мунса ташы, һепертке,ҡайын миндеге лә алып киләләр. Әйткәндәй, беҙҙең Мораҙымда йәштәрҙең ауыл кешеләренә ул хәтлем зыян эшләгәндәре булманы. Ҡапҡалар ҙа урынында ҡалды, яңғыҙ әбей -һәбейҙәрҙең тәҙрәһенә туҡмаҡ та ҡуйманылар, һыйырҙарҙы ла алыштырманылар. Шул йәшелсә баҡсаларына ғына тынғы юҡ ине.
 Ауылда клуб булмағанлыҡтан, уйындар мәктәптә үткәрелде. Аҙаҡ ферма өйөндә лә уйындар ойошторолдо. Йәй көндәрендә Эйек буйында усаҡ яғып уйнаған саҡтар ҙа онотолмай.
 Яңғыҙ йәшәп ятҡан әсәйемде апайымдар 1980 йылда үҙҙәре йәшәгән ауылға күсереп алды. Шунан һуң ауылым гармунсыларының уйнағанын ишеткәнем булманы. Байрамдар әле лә булмай тормай. Уйнайҙармы икән ауылда хәҙер гармундарҙа?
Рауза МУСИНА.

Автор:
Читайте нас