Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноября 2023, 07:02

Изгелекле әсә лә, намыҫлы эшсән дә

 Ысын гүзәл заттарға ғына хас мөләйемлелек, серлелек һирпелгән яҡты йөҙөнә, һомғол буй-һынына ҡараһаң,  һис шикһеҙ, Алһыу Ғәббәсованы рәссам, дизайнер, уҡытыусы кеүегерәк берәй ижади һөнәр эйәһелер, йәиһә спортсменкалыр тип уйларға мөмкин.  Ысынлап та бала саҡтан тегергә, бәйләргә яратҡан ҡыҙ дизайнер, модельер һымаҡ һөнәрҙәргә ҡыҙыға. Мәктәптә белемгә, спортҡа әүәҫ булған уҡыусы артабан әсәһе – оҙаҡ йылдар Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт телен уҡытып, уның нәфислеген, аһәңлеген күпме быуын балаларына һеңдергән Ғәлиә Рәжәпованың юлын дауам иттерһә лә, спорт өлкәһен һайлаһа ла, унан яҡшы белгес сығыр ине. Әммә...

Изгелекле әсә лә, намыҫлы эшсән дәИзгелекле әсә лә, намыҫлы эшсән дә
Изгелекле әсә лә, намыҫлы эшсән дә

 Мораҡ 1 – се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, район мәғариф бүлегенә бухгалтер булып эшкә урынлаша ул. Ижади булмышына бөтөнләй сит-ят тойолған, ситтән бик күңелһеҙ күренгән иҫәп-хисап донъяһына әүрәп, эшен тиҙ арала үҙ итә.

 Хәҙер инде ул иңдәрендә 30 йыл хеҙмәт тәжрибәһе булған яҡшы белгес, “Бухгалтер иҫәбе һәм отчет биреү үҙәге” муниципаль ҡаҙна учреждениеһының намыҫлы хеҙмәткәре.

- Бер ҙә күңелһеҙ түгел, эшемде яратам, - ти ул ихлас күңелдән.

 Ике баланың изгелекле, хәстәрлекле әсәһе лә ул Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы. Өлкәне – Динара Рәфис ҡыҙы, Мораҡ башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлап Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Яңыраҡ Мораҡ үҙәк район дауаханаһында терапевт булып эш башлаған белгескә хеҙмәтендә ҙур уңыштар теләге килә. Икенсеһе, кинйәһе – Данил, гимназияла уҡығанда белемгә лә, йыр-моңға ла әүәҫ була. Әлеге ваҡытта ул Салауат музыкаль колледжының 3-сө курс студенты. Изгелекле әсәнең бар теләге – балалар һайлаған һөнәрҙәренән рухи ҡәнәғәтлек алып эшләһен, йәшәһен.

 Ысынлап та, бар кеше лә бала саҡ хыялына тоғролоҡ һаҡлай алмай. Иң мөһиме – Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы кеүек тормошта юғалып ҡалмайынса үҙ урыныңды, үҙ юлыңды табыу, үҙең һайлаған һөнәрҙән, эшеңдән тормош йәмен табыу.

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас