

Герой әсәләрҙе һынландырыу идеяһын район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Регина Тоҡомбәтоваға һәм “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының социаль координаторы Эльза Теүәлбаева тәҡдим иткән.
- Улар һәм фотограф Нурзилә Абдуллина, бағыусылар - эшҡыуарҙар Дмитрий Агеев, Илнур Байбулатов ярҙамында был идея тормошҡа ашырылды, - ти музей директоры Рөстәм Сәйетбатталов.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йәнгиров тәбрикләне.
Сарала геройҙарҙың әсәләренән тыш, гимназия уҡыусылары, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, матбуғат вәкилдәре ҡатнашты.