

Физик мөмкинлектәре сикләнгәнгә ҡарамаҫтан, татыу пар сәмләнеп донъя көтә, бөркөттәй ике улына бар йөрәк йылыһын бүләк итә. Фидәлиәнең тормош девизы: “Балалар – тормошобоҙҙоң төп шатлығы!”.Ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл итеүсе әсәлек бурысын үтәү теләгенең көслө булыуы ла күркәм булмышлы ҡыҙҙы ҡасандыр аяҡҡа баҫтыра ла.
Фидәлиә 1985 йылда Мораҡ ауылында өс балаға ғүмер бүләк иткән Зөбәйҙә Ғәлләүетдин ҡыҙы менән Зыя Анисимовичтар ғаиләһендә тыуа. Ул Мораҡ 1 - се урта мәктәбендә белем алған осоронда һәр яҡлап өлгөр: уҡыуға, бейеүгә, спортҡа, бар ҡул эштәренә әүәҫ була. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Күмертау ҡалаһы 73 – сө лицейына бухгалтер-экономист һөнәренә уҡырға инә.
Тик... Йәш белгес диплом алып хеҙмәт юлын башлар урынға, уйламаған ерҙән бәләгә тарый – ҡолап ҡаты травма ала. Умыртҡа һөйәге зарарланған ҡыҙ киләсәктә аяҡтарына баҫһын тип, уның хәрәкәт итеү һәләтен һаҡлап ҡалыр өсөн Күмертау һәм Өфө табиптары бар көсөн һала. Фидәлиәгә артабан операциянан һуң да “Әүлиә” һәм Подгорное ауылында урынлашҡан “Өмөт” реабилитация үҙәктәрендә һауығыу курстарын үтергә тура килә. “Өмөт”тә Бакаев фамилиялы көслө табип-психотерапевтың ҡыҙға айырыуса ярҙамы килешә. Ана шулай, аҡ халатлылар, медицина белгестәре һәм үҙенең ҙур ихтыяр көсө ярҙамында атлап китә Фидәлиә. Элеккесә бөтөрөлөп бейей алмаһа ла, үҙ аяғында йөрөүҙе оло бәхет тип танып, күңел төшөнкөлөгөнә һис бирелмәйенсә тормоштоң күберәк аҡ, яҡты яғын күрергә ынтылып сәмләнеп йәшәргә күнегә ул.
Көслө рухлы ҡыҙға үҙенә насип йәре лә осрай. Туйөмбәт ауылы егете – Илдус Ишмөхәмәд улы ла булдыҡлы, йәшәүгә сәмле булып сыға. Башҡа сығып, өйҙәрен, донъяларын гөл итеп тотор өсөн бар тырышлығын һала уңғандар. Картуфын, төрлө йәшелсәһен дә үҫтерәләр, еләк-емеш баҡсаһында нимә генә юҡ - слива, крыжовник, ҡура еләге...
Таһыллы ата-әсә өлгөһөндә буй еткереп килеүсе Илнар менән Илмир ҙа һәр яҡлап әүҙемдәр, теремектәр. Уҡыу алдынғылары ла, шахмат, йыр-моң, китап һөйөүселәр ҙә; “Өмөт” ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль реабилитациялау ойошмаһы уҙғарған бер саранан да ситтә ҡалмай талантлы егеттәр.
Балаларына аҡ бәхеттәр , һаулыҡ теләп яныусы изгелекле ата-әсәнең аҡ өмөттәре берүк аҡланһын!
Тулыраҡ яҙмабыҙ - гәзиттең бөгөнгө һанында!