Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2023, 09:30

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта

Яңы Покровка ауылында йәшәгән Зөһрә Таһир ҡыҙы Белова тормош иптәше Николай Юрьевич менән ун бер бала үҫтерә.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылытаӘсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта

Татыу пар ун бер бала үҫтерә, уларҙың икәүһе -Зөһрәнең бер туған һеңлеләренең улдары. Иң өлкән улдары Артур РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса Ведомствонан тыш һаҡ идаралығының Салауат филиалында хеҙмәт итә. Кристина Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының 2-се курсында “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” йүнәлеше буйынса белем ала. Вероника Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы, Игорь 5-се класында уҡый.  Алина менән Ирина Яңы Покровка башланғыс мәктәбенең 4-се һәм 2-се кластарында белем ала, Николай менән Екатерина “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһына йөрөй. Иң кеселәре Дмитрийға иһә 5 ай. Беловтарҙың йәнә ике улдары бар: өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә, яҙмыш ҡушыуы буйынса әсәйһеҙ ҡалған туғандарын Зөһрә, яҙмыш ҡосағына ташламай, үҙҙәренә алған. Бөгөн Мансур Мәләүез киң профилле һөнәрселек  колледжының 2-се курсында, Артем Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се класында уҡып йөрөй.

  Ҙур ғаилә үҙ көстәре менән, заманса уңайлыҡтары булған мөһабәт, иркен йорт һалып сыҡҡан .

Балаларына рухи һәм физик яҡтан тәрбиә биреүгә ҙур көс һала Беловтар. Уҙған йыл балаларының күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, баҡсаларында балалар майҙансығы төҙөгәндәр. Районда уҙған спорт сараларында мотлаҡ ҡатнашырға тырышалар.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас