

Илдә махсус хәрби операция бара, беҙҙең яҡташ егеттәребеҙ тыуған ил алдындағы изге бурысына тоғро ҡалып, Ватанына хеҙмәт итә. “Ябай” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа ағымдағы йылдың майында үҙе теләп ирекле батальонға яҙыла. Уға 29 йәш.
Районыбыҙ ауылдарының береһендә тыуып үҫкән ябай ауыл егете күп малайҙар кеүек үк йәй көндәре йылға буйында иптәштәре менән һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып, ҡыш көндәре сана-саңғыла шыуып сынығып, ата-әсәһенә мал-тыуарын ҡарашып, утын-бесәнен әҙерләшеп эшкә өйрәнеп үҫә. Мәктәпте тамамлағас, күңеленә ятҡан һөнәргә уҡып сыға. Әрме сафына баҫырға ваҡыт еткәс, тыуған ил алдындағы изге бурысын Екатеринбургта, мотоуҡсылар ғәскәрендә үтәй. Бер нисә йыл Стәрлетамаҡта, унан Себер тарафтарында эшләй.
- 2023 йылдың майында махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттем. Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальонда мотоуҡсылар ротаһының отделение командиры вазифаһында хеҙмәт итәм, - ти ул үҙе тураһында бәйән итеп. - Хәрби операцияға алынғас, тәүҙә ике ай ярым тирәһе Һамар ҡалаһында учебка үттек, унан беҙҙе Кременнойға ебәрҙеләр, әле лә шундабыҙ.
Беҙ, ирекле батальон яугирҙары, нигеҙҙә алғы позицияла йөрөйбөҙ. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек (сухой паек) менән тейешенсә тәьмин итәләр, үҙебеҙ һатып алмайбыҙ, бөтә нәмәне алып киләләр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, аҙыҡ-түлек артынан сығып йөрөргә ваҡыт та, мөмкинлек тә юҡ.
Ул хаҡта әйткәндәре бар бит инде. Был бәрелештәр башҡа һуғыштарҙан айырыла. Күберәк артиллерия, дрондар эшләй, дошман менән күҙгә-күҙ осрашып бармайбыҙ. Шуға артыҡ хәрәкәт эшләргә, унда-бында йөрөргә тырышмайбыҙ.
- Урындағы халыҡ һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә? Улар менән аралашырға тура киләме?
- Эйе, берәй нәмә алырға баҙарға йәки магазинда сыҡҡанда һөйләшмәү, аралашмау мөмкин түгел. Былай яҡшы мөнәсәбәттәләр. Улар, киреһенсә, нацистарҙы яратмай. Дошман еңелә башлаһа, ябай халыҡтан үс ала, яңыраҡ Кременнойҙағы дауаханаға снаряд ырғытҡандар.
- Дуҫтарға, донъяға ҡарашың үҙгәрҙеме?
- Әлбиттә, унда донъя ла, уны ҡабул итеү ҙә бөтөнләй икенсе. Дуҫтарың, бергә хеҙмәт иткән иптәштәрең менән ысын дуҫлыҡ, иптәшлектең көсөн аңлайһың, бер-береңә ярҙам итергә, иңеңде ҡуйырға әҙер тораһың.
- Һин үҙеңә тоғро дуҫ та тапҡан, тиҙәр. Шул турала һөйлә әле.
- Һамарҙа учебка үткән саҡта бер көсөк гел эргәгә килә ине, шулай миңә эйәләшеп китте. Уға Найда тип исем ҡуштым, үҙем менән тегендә алып киттем. Бер төн этем менән хәл-торошто асыҡлар өсөн “вылазка”ға сыҡтыҡ. Пехотаға ҡаршы мина ырғытҡандар икән, шул ергә барып етергә 2-3 метр ҡалғайны, эт шуны һиҙеп еҫкәнә лә еҫкәнә. Ҡараһам, мина ята. Шулай итеп, Найда минең ғүмерҙе ҡотҡарҙы. Эттәрҙең ишетеү һәләте кешенекенән күпкә көслө. Беҙ бер нәмә лә күрмәй-ишетмәйбеҙ, ә Найда әллә ҡайҙан осоп килеүсе дрондарҙы, снарядтарҙы ишетеп, өрә башлай, ҡаса. Әле уны үҙем менән ауылға алып ҡайттым. Кире алып китмәйем, ошо ярты йылда күрмәгәнен күрҙе инде, ял итһен.
- Был һорауҙы ла бирмәй булдыра алмайым. Һин махсус операцияға ни өсөн барҙың?
- Намыҫ ҡушыуы буйынса. Илгә ауыр мәлдә беҙ уға иңде ҡуймаһаҡ, кем ҡуйыр ҙа, беҙҙең илде кем һаҡлар...
*Контракт хеҙмәте буйынса урындағы хәрби комиссариатҡа (Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1) мөрәжәғәт итергә. Тел.: 8(34789) 2-14-57.