Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2023, 15:10

Ҡоҙоҡта ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған

20 ноябрҙә көндөҙ Тәтешле районының Мәнәгәз ауылында 42 йәшлек ҡатын-ҡыҙ 10 метр тәрәнлектәге дөйөм ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөп үлгән. 

Ҡоҙоҡта ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған
Ҡоҙоҡта ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған

«Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө ҡалаһы ҡотҡарыусылары уның кәүҙәһен 3,5 сәғәттән үткәс сығарған.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән һәм тонсоҡҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был ошондай тәүге осраҡ түгел. Йәнәһе лә былтыр бында оло йәштәге ике кешенең ғүмере өҙөлгән», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:
Читайте нас: