Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь , 14:12

Мәртәбәле премия тапшырылды

 Бөгөн данлы шәхесебеҙҙең тыуған ауылында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.  Был премия башлыса арҙаҡлы яҡташыбыҙ – Шәһит Әхмәт Хоҙайбирҙин рухына тоғро ҡалып, һүҙ ҡиммәтен, һүҙ сәнғәтен эстән тойоп, тел ҡәҙерен белеп ялҡынлы ижад итеүсе  ҡәләм оҫталарына, намыҫлы эшсәндәргә бирелә.  Быйыл район комиссия ағзалары тарафынан мәртәбәле премияға өс лауреат лайыҡлы тип табылды:

Мәртәбәле премия тапшырылды
Мәртәбәле премия тапшырылды

- Мәҙәниәт йортоноң “Наҙлы йылға” халыҡ театры режиссеры Фәимә Аҡъюлова – районыбыҙҙың кино сәнғәтен үҫтереүҙәге тарихи һәм социаль кинопроекттары (Роман Алферовтың документаль повесы буйынса “Шәһиттең үҫмер сағы”һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндың бала сағы тураһында кинофильмға сценарий яҙғаны, фильм төшөргәне) өсөн;

- Күгәрсен телевидениеһының әйҙәүсе методисы Гөлсиә Ғөбәйҙуллина - районыбыҙ тормошон сағылдырыусы телетапшырыуҙарҙы алып барғаны өсөн;

- Күгәрсен район хакимиәтенең аналитик – мәғлүмәт бүлегенең баш белгесе Регина Тоҡомбәтова, район хакимиәте сайтында халыҡтың көнкүрешен, тормошон әүҙем яҡтыртҡаны өсөн.

 Лауреаттарҙы район башлығы һәм үҙе исеменән район Советы секретаре Руслан Әхмәров, Хоҙайбирҙин ауылы мәктәбе директоры Алһыу Ишкилдина, урындағы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев ихлас ҡотлап үтте.

 Хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар һеҙгә, лауреаттар!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас в