Ағымдағы йылдың 10 айында Күгәрсен районы территорияһында 26 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, унда 5 кеше һәләк булды, 30 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды, шул иҫәптән 8 бала.
Мопед, мотоцикл һәм автомобиль кеүек транспорт сараларына идара итеп, граждандар юл-транспорт ваҡиғаларына йыш осрай. Тап ниндәйҙер тәжрибә етмәү, айырым категориялы водитель таныҡлығына эйә булмау йәки машинаға иҫерек килеш идара итеү фажиғәғә килтергән юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре булып торҙо.
Бер нисә миҫалға туҡталып китәйек. 2023 йылдың 13 июлендә ҡыҙ кеше эштән һуң ғына ҡайтып килә, был ҡараңғы кистә уның ғүмере һәм һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамаған кеүек. Ҡапыл ҡайҙандыр машина килеп сыға һәм юл ситенән китеп барған ҡыҙҙы бәрҙереп китә. Юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән ашығыс ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе урында уҡ вафат була. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙы бәрҙергән автомобиль водителе иҫерек була, етмәһә уның водитель таныҡлығы булмай. Уйламаған бер теләк кире төҙәтеп булмаҫлыҡ ҙур хатаға килтерә.
2023 йылдың 4 сентябрендә Магнитогорск-Ира автоюлындағы аварияны район халҡы оҙаҡ һөйләне. Йәш егет, “ВАЗ-21101” автомобиленә водитель таныҡлығы булмаған килеш идара итеп, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға һәм үҙ юлынан килгән “Тойота Королла” автомобиленә бәрелә. Һөҙөмтәлә ике водитель һәм икенсе автомобиль пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән Мораҡ үҙәк район дауаханаһына эләгә. Аварияның сәбәбе – иғтибарһыҙлыҡ.
2023 йылдың 23 сентябрендә Иҫке Собханғол – Мораҡ автоюлында, Кузьминовка ауылы эргәһендә “Датсун” автомобиленә идара иткән водитель юлдан төшөп китә һәм әйләнә. Авария һөҙөмтәһендә водителе урынында уҡ вафат була.
Күгәрсен районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе тарафынан юл-транспорт ваҡиғаларына килтереүсе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлау өсөн көндәлек профилактик рейдтар ойошторола, ә ял көндәрендә юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында улар башҡа хеҙмәттәр иҫәбенә көсәйтелә.
Күгәрсен районы буйынса дәүләт инспекцияһы һәр кемде шәхсән үҙенең, балаларының, яҡындарының, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа кешеләрҙең хәүефһеҙлеге тураһында уйланырға саҡыра.
Ғәлиә ХАЗИЕВА, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Күгәрсен районы буйынса бүлексәһенең пропаганда буйынса инспекторы, полиция лейтенанты.