Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2023, 09:35

Ярты быуат утты-һыуҙы бергә кискән пар

Районыбыҙҙа башҡаларға өлгө булып торған берҙәм, татыу ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе - Яңы Хвалын ауылында йәшәүсе Фәрҙиә һәм Ирек Аралбаевтар.

Ярты быуат утты-һыуҙы бергә кискән пар
Ярты быуат утты-һыуҙы бергә кискән пар

Ярты быуат утты-һыуҙы бергә кискән татыу пар улар!  

  Ғаилә башлығы Ирек Рәсүл улы Яҡшембәт ауылында тыуып үҫкән. 17 йәшендә үк “Күгәрсен” совхозында хеҙмәт юлын башлаған. “Искра” совхозы ойошторолғас, экскаваторҙа, бульдозерҙа, “Колос”, “Полесье” комбайндарында эшләй. Ирек Рәсүл улының тырыш хеҙмәте “X биш йыллыҡтың ударнигы” билдәһе, II дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, бик күп маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнә.

  Фәрҙиә апай Ҡанаҡас ауылында тыуып үҫкән.

“Искра” совхозында бухгалтер, келәт мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

 Аралбаевтар 4 ул үҫтергән.  Өлкән улдары Илдар ҡатыны - Төпсән ауылы һылыуы Эльвира Миңнулла ҡыҙы менән Яңы Хвалын ауылында йәшәй. Ике ул үҫтергәндәр.

  Икенсе улдары Ринат тормош иптәше Розалия менән бер улға, өс ҡыҙға ғүмер биргән.

Рифат улдары ғаиләһе менән Мораҡта йәшәй, Сирбай ауылы һылыуы Илүзә Ирек ҡыҙы менән ике ул үҫтерәләр.

Зилфат улдары ата-әсәһе янында йәшәй, ситкә йөрөп эшләй.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: