Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2023, 11:46

"Был эш ир-егеттәрҙеке. Әммә"...

 Полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенә – 100 йыл.    Участкаһында үлтереш-талаш, ғаилә низағы кеүек күңелһеҙ хәл-ваҡиға булһынмы, берәйһенең малы юғалһынмы... – бөтәһенә лә улар яуаплы.  Кешеләргә бушлай психологик, юридик ярҙам күрһәтеүселәр ҙә – улар. Мораль һәм физик яҡтан ныҡлыҡ, төплө белем талап иткән өлкәлә шуға күрә лә таһыллы ир-егеттәр генә эшләй алалыр кеүек...  Әммә, баҡтиһәң, участковыйҙар араһында сибек кенә иңдәренә ауыр йөк алып, бер “аһ-зар” ҙы белмәйенсә намыҫ менән хеҙмәт итеүсе гүзәл заттар ҙа бар. Полиция лейтенанты Эльмира Бүкәнбаева – тап шуларҙың береһе.

"Был эш ир-егеттәрҙеке. Әммә"...
"Был эш ир-егеттәрҙеке. Әммә"...

 Үткән йылдың март айынан ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, ул мундирына күптән эҫенеп өлгөргән.

- “Был эш ир-егеттәр өсөн” тигәндәре менән килешәм, сөнки криминоген контингент менән аралашыу уйын эш түгел, физик көс тә кәрәк. Әммә “мин гүзәл заттан” тип наҙланып тороп булмай, барыбер ҙә ир-егеттәр менән бер рәттән бурысымды  үтәргә тейешмен. Кешеләргә ярҙам итеү, халыҡ менән аралашыу миңә оҡшай,  - ти ул ихлас күңелдән.

 Эльмира тыумышы менән Ибрай ауылынан. Зимфира Зинур ҡыҙы менән Фәнүр Кәбир улының эшһөйәр ғаиләһендә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнһә, улдары әсәһенә оҡшап медицина юлын һайлай, ә сая рухлы, ныҡышмал ҡыҙҙары алдан уҡ хоҡуҡ һағына баҫырға ниәтләй. “Юриспруденция” йүнәлешендә юғары белем алғас,  Салауат ҡалаһында холоҡ төҙәтеү колонияһында  юрист-консульт булараҡ эш башлай. Артабан районға эшкә ҡайтып, полиция сафына баҫа.

 Участка уполномоченныйына район үҙәгенең Сауҡалыҡ, Көньяҡ биҫтәһендәге урамдар, Мораҡ ауылы биләмәһенә ҡараған бер нисә ауыл, Урал ауыл биләмәһе беркетелгән һәм шул территориялар ерлегендә йәшәүсе халыҡтың именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән.

 Башҡа участкаларҙа кеүек бында ла енәйәт эштәре (ағымдағы йылда 4 ) һәм хоҡуҡ боҙоу күренештәре (127) булмай тормай. Тәүлектең ниндәй генә ваҡытында шылтыратмаһындар, - ул кешеләргә ярҙамға ашыға, һәр саҡ сафта.   

 Йәшлек дәртен эшкә егеп хоҡуҡ һәм именлек һағында уяу тороусы сая рухлы, ныҡ йөрәкле  ҡыҙға һәм был өлкәлә тынғыһыҙ хеҙмәт күрһәтеүсе бар ир-егет аҫылдарына эштәрендә ҙур уңыштар!

 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: