Мораҙым
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2023, 14:06

“Беҙ бармаһаҡ, кем һаҡлар...”

“Гном” позывнойлы мобилизацияланған күгәрсенле менән ҡыҫҡаса ғына аралашырға тура килде. 19 октябрҙә уның махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә башлауына бер йыл тулды.

Ул үҙе Иглин районынан. Бәләкәй сағында әсәһенең тыуған яғына күсеп ҡайтҡандар. Бәләкәйҙән техника менән мауыға, атаһына оҡшап мотоциклдар, тракторҙар менән ҡыҙыҡһына. Тыуған ил алдындағы изге бурысын Кавказда үтә, унан һуң 5-6 йыл Татарстанда эшләй. 2015 йылда конракт буйынса Луганскиҙа хеҙмәт итә. Бер йылдан ҡайта, өйләнә, әле тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Бәләкәйенә өс йәш.

- Махсус хәрби операция тураһында иғлан иткәс, сентябрҙә мине, механизатор булып эшләгәс, уңышты йыйып алыу тамаланғансы кире ҡайтарып ебәрҙеләр. Эштә ауыл хужалығы тармағында эшләүсе булараҡ отсрочка бирергә тәҡдим иттеләр, әммә мин риза булманым. Алһалар – барам, тинем. – тип һөйләй әңгәмәсем үҙенең махсус хәрби операцияла нисек хеҙмәт итә башлауы тураһында. Уны шунда уҡ взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. – Өс ай учебкала әҙерлек үттек. Декабрь урталарында дислокация урынына ебәрҙеләр. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан ул яҡтарҙа йылы ине. Ташлап киткән өйҙәрҙә йәшәнек, нығытмалар төҙөнөк.

Беҙ райондан 15 кеше киткәйнек, бер ротала, бер взводта - бергә хеҙмәт итәбеҙ. Комбат менән беҙҙе айырмаһындар өсөн һөйләштем. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ. Гуманитар ярҙам йыш алып киләләр. Үҙебеҙ аҡса йыйып “УАЗ” һатып алдыҡ, район хакимиәтенән беҙгә биш ишекле “Нива” алып килделәр. Әле шуның менән йөрөйбөҙ, ә “УАЗ”юҡ инде...  

 Документтарҙың һәм яҡындарыбыҙҙың фотоларын телефонда һаҡламайбыҙ. Буш ваҡыттарҙа (ә ул бик аҙ була) үҙебеҙ эшләп алған йыһаздарҙа спорт менән шөғөлләнәбеҙ, кемдер гитарала уйнай, бер-беребеҙҙе тыуған көндәр менән ҡотлайбыҙ.     

 

Бөтә Рәсәйҙән төрлө милләт халҡы хеҙмәт итә.  Беҙҙә бер кемде лә милләткә ҡарап бүлмәйҙәр.  Бөтәһе лә теге яҡта нацизмдың сәскә атыуын яҡшы аңлай. Уны иҫбатлаусы әйберҙәрҙе дошман окобында күп тапҡыр таптыҡ.Нацист свастикаһын, флагын үҙҙәре менән алып йөрөйҙәр, стеналарында нацист символикаһы төшөрөлгән. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер уларҙың бик һуғышҡыһы ла килмәй. 2015 йылда уҡ уларҙың армияла хеҙмәт итеүселәрен (срочниктар) арттан  ҡыуалап барған “Азов” бригадалары иҫәбенә атакаға барырға мәжбүр иттеләр.   

Аҙыҡ-түлекте урындағыларҙан алмайбыҙ, улар менән артыҡ аралашып бармайбыҙ. Йәштәр унда юҡ тиерлек, хаҡлы ялдағылар ғына ҡалған. Улар беҙҙән ҡурҡмай. - ти һүҙ һуңында әңгәмәсем. – Күпселек тыныс тормош теләй.

Неля КУШНЕРОВА.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: