

Редакцияға эшкә килеүенә биш йыл ғына булһа ла, Аделия Камил ҡыҙы коллективта күптән үҙ кеше. Сабыр, тыныс холоҡло, коллегаларына иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы менән арбай ул.
Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ 11 класты Мораҡ 1-се урта мәктәбендә тамамлап, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетының Мәләүез филиалында иҡтисад факультетында уҡып бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Тәүге хеҙмәт тәжрибәһен “Водоканал” унитар предприятиеһында ала. Ә 2018 йылдың 12 декабренән башлап редакцияла үҙ эшен яратып башҡара.
Күркәм холоҡло, намыҫлы хеҙмәткәребеҙ тормош юлдашы – Виталий Константинович менән сәскәләй бер ҡыҙ үҫтерә. Ангелия быйыл М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының 1-се класына уҡырға барҙы.
Коллегабыҙҙы һөнәри байрамы менән ихлас ҡотлап, уға ер йөҙөндәге бар аҡ теләктәрҙе юллайбыҙ!