Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2023, 04:15

"Атайсал"ға изге ғәмәлдәр ҡылыу дауам итә

Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе Вадим Зинур улы Рәхимов Дауыт-Ҡайып ауылы мәсетенә һыу быраулатҡан. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә ауылдаштарына матди ярҙам күрһәткән.

"Атайсал"ға изге ғәмәлдәр ҡылыу дауам итә"Атайсал"ға изге ғәмәлдәр ҡылыу дауам итә
"Атайсал"ға изге ғәмәлдәр ҡылыу дауам итә

Мәҫәлән, Яңы йыл байрамына бүләктәр алыу өсөн клубҡа аҡса биргән, мәсеткә газ үткәргәндә лә ситтә тороп ҡалмаған.

 

  Вадим 1980 йылда Миңлегөл һәм Зинур Рәхимовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Ул ваҡытта Рәхимовтар Ырымбур ҡалаһында йәшәгән була. 1993 йылда ғаилә Дауыт-Ҡайып ауылына күсеп ҡайтып, ныҡлы нигеҙ ҡора.

Дауыт-Ҡайып, Теләүембәт мәктәптәрендә, Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһында белем ала Вадим. Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 2014 йылда ул “Росбизнесавто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә менеджер булып эш башлай, ике йылдан бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдан алып иһә ул – “Росбизнесавто” йәмғиәтенең Урал округы федераль директоры.

Әлеге көндә Вадим кәләше – Мәләүез ҡыҙы Лиана менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, ике бала үҫтерәләр.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас