Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2023, 05:02

Ябай уҡытыусынан - юстиция майорына

Иртәгә, 10 ноябрҙә, РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы  Тәфтишсе, юстиция майоры Радик Миңнулла улы Ғәббәсов үҙенең хеҙмәт юлын уҡытыусы һөнәренән башлай. Ике меңенселәр башында үҙемә лә Әлмәс ауылы мәктәбендә уның менән бергә эшләргә насип булды. Сабыр холоҡло, бала йәнле, коллегаларына ихтирамлы, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен мауыҡтырғыс уҡыта белгән һәләтле педагог иртәгәһенә хоҡуҡ һағына баҫыр тип беребеҙҙең дә башына инеп сыҡмағайны...

Ябай уҡытыусынан - юстиция майорынаЯбай уҡытыусынан - юстиция майорына
Ябай уҡытыусынан - юстиция майорына

- Армияла, Төркмәнстанда ил һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ваҡытта уҡ артабан милицияға эшкә инеп енәйәтселек менән көрәшеү теләге тыуғайны, - ти майор.

 Туғыҙ йыл мәктәптә хеҙмәт тәжрибәһе туплағас, 2004 йылда район эске эштәр бүлегендә участковый булып эш башлай ул. Тыуған ауылы – Бикбулат мәктәбендә уҡығанда уҡ белемгә әүәҫлеге менән айырылып торған ир-егет аҫылы “Юриспруденция” йүнәлешендә ике юғары белем алып, 2006-2018 йылдарҙа тәү тикшереү бүлегендә намыҫлы хеҙмәт күрһәтә. Ә 20018 йылдан башлап ул – район эске эштәр бүлегенең тәфтиш бүлексәһе тәфтишсеһе.

- Енәйәт эшләгән, законды боҙған икән, һәр кем тейешле язаһын алырға тейеш. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – ғәҙеллек һәм халыҡ ышанысын яҡлау! – ти ул.

 Бер һүҙле, таһыллы, намыҫлы полиция хеҙмәткәре ике баланың өлгөлө атаһы ла, ғүмерлек йәре – Айгөл Рәил ҡыҙы өсөн булдыҡлы ир, донъя терәге лә.

 

 Уның тынғыһыҙ эше, матур ғаиләһе тураһында тулыраҡ яҙманы баҫманың бөгөнгө һанынан уҡырға мөмкин.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас