

Көҙ – ауылдарҙа иң күңелле осорҙоң береһелер, моғайын. Халыҡ йәй буйы үҫтергән ҡош-ҡортон күрше-тирәһе менән эшкәртә, дуҫтары-туғандары менән һуғымға тип инселәгән малын һуя, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек туплай.
Сәлих ауылында ла халҡыбыҙҙың элек-электән яратып, көтөп алған ҡаҙ өмәләре башланған. Иң тәүгеләр булып Зәлиә Сәлихова, Рәмзиә Ғәлимовалар был матур йоланы башлап ебәргән. Улар яҙҙан уҡ алып үҙҙәре үҫтергән, тәрбиәләгән, һимерткән ҡаҙҙарын һуйып, эшкәртеп ҡуйыр өсөн әхирәттәрен саҡырған. Һәр саҡ шулай дуҫ, татыу булығыҙ!