Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2023, 04:15

Ул кешеләрҙе, кешеләр уны ярата!

 57 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә  беҙҙең Анатолий Сергеевич Казаков. 75 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәргә биргеһеҙ әле ул! Үҙе етеҙ, үҙе әүҙем, тормошто ярата. Районда ул аяҡ баҫмаған баҫыу, ул булмаған хужалыҡ, ул белмәгән һәм уны белмәгән кеше бармы икән?! Ҡайҙа ғына булһа ла ул  - һәр ваҡыт, һәр ерҙә үҙ кеше.

Ул кешеләрҙе, кешеләр уны ярата!Ул кешеләрҙе, кешеләр уны ярата!
Ул кешеләрҙе, кешеләр уны ярата!

Миәкә районының Садовый ҡасабаһында тыуып үҫкән Анатолий Сергеевич Казаков беҙҙең район гәзитендә хеҙмәт юлын 1985 йылда башлай. Уға тиклем ул Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, тыуған районы мәктәптәрендә уҡытыусы, директор, “Октябрь” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире, яуаплы секретарь булып эшләп, байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрә. 

 “Кугарчинские вести” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире булараҡ, уның мәҡәләләренең төп геройҙары - ауыл эшсәндәре, хеҙмәт кешеләре. Әлбиттә, ул бер тема менән генә сикләнмәй, тормоштоң ҡайһы ғына өлкәһен яҡтыртһа ла, уның яҙғандары һәр ваҡыт көнүҙәк һәм тормошсан.

  Тынғыһыҙ йөрәкле, үҙенә йөкмәтелгән эшкә  һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә булған журналист ул!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас