Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2023, 06:56

Милләтемдең аҫыл ҡыҙҙары

“Башҡортлоҡ минең өсөн ҡан тиртеүе, милләткә тоғролоҡ...”  Шундай кешеләр була: улар менән һөйләшкән һайын һөйләшке, күрешкән һайын күрешке генә килеп тора. Уларҙан башҡортлоҡ , ҡот, ырыҫ,  бәрәкәт, милли рух, көс сәсрәп тора. Ә ҡатын-ҡыҙ затынан булыуын иҫәпкә алһаң, уны Бәндәбикәләр, Киҫәнбикәләр, Рабиғалар менән сағыштырырға булалыр. Был һис арттырыу ҙа, сурытыу ҙа түгел.  Донъя тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ысынлап та, бөгөнгө ҡатмарлы заманда гүзәл заттар ҙа юҡҡа ғына ил өҫтөндә ҡәҙерле, халыҡ алдында абруйлы түгел. Милләтте милләт иткән зат ул.  Һүҙем Үрге Сирбай ауылы ҡыҙы – Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәгән милләттәшебеҙ, Ейәнсура “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһы китапханасыһы Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева тураһында.

- Нурия апай, тыуған яҡ, тыуған ауыл, тыуып үҫкән атай йорто тигәндә һеҙҙең күңел сөңгөлдәрендә ниндәй хис-тойғолар уяна?

- Донъяға килгән ерҙе кендек ҡаны тамған ер, тиҙәр. Минең кендек ҡаным тамған ер - Силәбе ҡалаһы. Күрше ауылдарҙа тыуған  ата-әсәйем, ике етем бала, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Силәбе ҡалаһында осрашҡан. Ағайым менән мин тыуғас, әсәйемдең һаулығы насарайыу сәбәпле, атайымдың тыуған ауылы Үрге Сирбай ауылына ҡайтҡандар.

     Үрге Сирбай - боронғо бөрйән ырыуының монаш араһы башҡорттары нигеҙ һалған, 300 йылдан артыҡ бай һәм тәрән тарихы булған ауыл. Бала сағым, йәшлегем  ошо ауылда үтте. Халҡы ихлас, уңған ауылымдың. Сирбай ир-егеттәре  етмешенсе йылдарҙан алып район  һабантуйҙарында ат ярышы буйынса призлы урындар алып килә, район ғына түгел, республикала ла беренселекте яулайҙар. 2020  йылда Ҡорбанаев Динис “Терра Башҡортостан” республика   ярышында Гран-при яуланы. Көрәш буйынса ла һынатмай  ауылдаштарым, бәйгеләрҙә бил бирмәйҙәр. Быйыл үткән “Башҡорт аты”  халыҡ-ара фестивалендә көрәш буйынса Яхин Данил беренсе урынды алып ҡайтты.

 Әсә теле тигән төшөнсә бар, әсәйем татар булғас, “әти-әни” тип үҫтек. Икеһе лә мәрхүмдәр инде, урындары йәннәт түрҙәрендә булһын.  Эш һөйөүсәнлегем, алсаҡлығым  әсәйем Ғәлиәбаныу Хәмиҙулла ҡыҙынан бирелгән. Башҡортлоғом - атайымдан, Мөхтәр Таһир улынан. Иҫ киткес туған йәнле, йор һүҙле, моңло, тәбиғәт балаһы ине ул. Ауыл, тәбиғәт урындары, тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләүҙәрен, көйләп ебәреүҙәрен, ҙур, ҡытыршы ҡулдарының йылыһын  һағынып йыш иҫкә алам . Бар булмышы менән ир-егет сифаттарын, ныҡлыҡты, рухи көстө, туғанлыҡ тойғоларын үҙ миҫалында күрһәтеп киткән атайыма ғүмерем буйына рәхмәтлемен. Өй йылыһы тигәндә, күҙ алдыма урындыҡ тултырып ултырған саҡтарҙы – атайымдың мейескә арҡаһын терәп шәл бәйләгән әсәйемә йылы ҡараш ташлай-ташлай,  ике улын ике яҡҡа, ҡыҙын тубығына ултыртып, Динис Исламовтың “Мәскәү юлы” романын уҡыған мәлдәрҙе килтерәм. Ниндәй бәхетле саҡ булған! Ҡараҡай ғына ҡыҙ баланан, бала сағымдан көнләшеп ҡуям.

- Кешене кеше итеүҙә ғаилә генә түгел, мәктәп тә ҙур роль уйнай. Быйылғы Уҡытыусы һәм Остаз йылында һеҙ кемдәрҙе иҫкә алып үтер инегеҙ? Ғөмүмән, мәктәп һеҙҙең өсөн белем алыу ғына сығанағы булмағандыр бит? 

- Һәр кемдең күңел сөмбәйҙәрендә мәктәп, яратҡан уҡытыусы , остазы тураһында яҡты иҫтәлектәр йәшәй.Тәүге уҡытыусыбыҙ Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Төхвәтуллинаны оло ихтирам менән иҫкә алам. Остазым тип, тәүге уҡытыусымдың ҡыҙы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинованы һанайым. Башҡорт теленең матурлығын, тәрәнлеген уның аша тойҙоҡ, әҙәбиәт дәресен көтөп ала инем. Башҡорт рухын атайымдан ҡала ул һалды. Бөгөн дә ул бар яҡтан миңә өлгө. 

 Эйе, туған мәктәбебеҙ һағындыра, ул беҙҙең өсөн  белем алыу йорто ғына булманы. Класташтарыбыҙ менән бөгөнгө көндә лә осрашабыҙ, аралашабыҙ икән, тимәк, беҙҙе туплаусы йылы усаҡ, һаман да беҙҙе бәйләп тороусы рухлы утрау булған ул туған мәктәбебеҙ.

- Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барҙығыҙ? Бала саҡ хыялығыҙ, ынтылышығыҙ тормошҡа аштымы?

- Бала саҡтан ике хыялым булды. Беренсеһе - сәхнә, икенсеһе - уҡытыусы булыу. 10-сы класты тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына  документтарымды тапшырғайным, конкурстан үтмәнем. Ауыр кисерҙем. Ағайым бөтөрөнгәнемде күреп: “Һылыу, ҡайғырма, сәхнәлә йөрөр өсөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләү мөһим түгел. Китапханасылар техникумына бар. Сәхнәгә сығыу теләге көслө булһа, бер ҡасан да һуң түгел”, -тине. Ысынында ла шулай булды: китапханасы булып ҡырҡ йыл эшләнем, сәхнәнән дә айырылманым. Сараларҙы алып барыусы булдым, юмористик монологтар менән сығыш яһаным, “Үҫәргән”  халыҡ театрында ла уйнаным.

 Икенсе хыялым да тормошҡа ашты. БДУ-ны тамамлағас, Ейәнсура башҡорт гимназияһында журналистика түңәрәген алып бара башланым. Һуңынан башкөлләй гимназияға саҡырҙылар.

- Бөгөн һеҙ үҙегеҙ күптәргә арҡа терәр терәк булып тораһығыҙ. Шулай уҡ милләт тотҡаһы тип әйтһәк тә,  арттырыу булмаҫ. Ағинәйҙәр ҡорон етәкләүегеҙгә лә байтаҡ. Был йәмәғәт вазифаһын ҡабул итеп алыуығыҙ күңел талабымы?

 Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙы йәмәғәт башланғыстарында йышыраҡ осратабыҙ, улар милләт мәнфәғәтен, ҡатын-ҡыҙ, әсә мәнфәғәтен төптән ҡайғыртыусан.

- Бынан тиҫтә йыл элек , “Киске Өфө” гәзите мөхәррире, республика ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы  Янбаева Ейәнсура “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһын етәкләргә тәҡдим иткәс, тәүҙә баҙап ҡалдым. Был эштең яуаплы икәнен, күп яҡтан үҙемде әҙерләргә, үҙгәртергә кәрәк икәнде яҡшы аңлай инем. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында  “Урал” көйө, республикабыҙ гимны яңғырағанда, мең яфа күреп йәшәһә лә, тыуған еренә сат йәбешеп йәшәгән ҡанбабаларымды, ауылым ҡарттарын, ағинәйҙәрен күҙ алдына килтереп илап торған саҡтарымды иҫемә төшөрҙөм дә, район хакимиәтенең хуплауын  да ишеткәс, үҙ-үҙемә: “Тәүәкәллә!”- тинем.

 Ағинәйлек сифаттарын үҙендә туплаған, Эйек буйы туғайҙарынан арҡаһына йөкмәп утын ташыһа ла (Байназар олатай һуғышта ятып ҡалды), һәр саҡ ап-аҡ күлдәктә йөрөгән, оҙон толомдарына ҡушып үргән сулпылары сылтылдап,  ата-әсәһе эштә булған, муйыл күҙле һәр малайға, ҡыҙ балаға күҙ-ҡолаҡ булып торған, аҡыллы уҫал, Матур инәйебеҙ (исеме Мәрфуға ине, ауыл халҡы Матур еңгә, Матур инәй тине) булмышын өлгө итеп, халҡыма хеҙмәт итеү бурысын алдым. Рухлы һүҙ аша йәш быуын күңелендә халҡыбыҙҙың тарихына, йола-традицияларына һөйөү тәрбиәләү, милли кейем, боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеп, милли асылға ҡайтыу,  боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының булмышын бөгөнгө көн ҡатын-ҡыҙҙарына үрнәк итеү, ғаилә ҡиммәттәрен  һанлау, һаҡлау, быуындар бәйләнешен дауам итеү-ағинәйҙәребеҙҙең төп бурысы бөгөн.

- Ысынлап та, һеҙҙең менән һөйләшкәндә лә быуындар аша килгән рухи көстө асыҡ тойорға була.

Әйткәндәй, теүәл бер йыл элек һеҙҙең менән “Мөғжизәле  театр донъяһы” тигән сарала ла осрашҡайныҡ.

 Һеҙ Ейәнсурала “Үҫәргән” халыҡ театрында ла яратып ролдәр башҡарам тинегеҙ.

Хаҡлы ялға етеп тә эҙләнеү өҫтөндә булыуығыҙмы йәиһә үҙегеҙҙе ошо өлкәлә лә һынап ҡарау теләгеме ул?

- Эйе, тыуған яғымда үткән ул  сара күңелемдә  матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

 Үткән  тормош юлын, тиҫбе булып бер-бер артлы теҙелгән йылдарҙы барлайым да, минең бар ғүмерем сәхнә тирәләй  әйләнгән тигән уйға киләм. Ҡәҙимге тормоштан, ысынбарлыҡтан бер аҙ ғына өҫтәрәк булыу, матурлыҡ донъяһына яҡын булырға тырышыу арбағағандыр, тим.

 - Китапханасы эше тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле. “Китап ене”  ҡағылған быуын бит инде һеҙ. Хәҙерге йәштәр менән сағыштырып нимәләр әйтә алаһығыҙ? Китап уҡыусылар бармы? Уларҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек әҙәбиәт бармы?

-  Мәңгелек аҡыл-ғилем тупланған изге йортта-китапханала хеҙмәт иттем ғүмерем буйы. Төнөн юрған аҫтында ҡасып, фонарик менән китап уҡыған быуын беҙ. Хәҙерге йәштәр китап уҡымай тигән фекер менән килешеп етмәйем. Тәгәрәп ятып уҡымаһалар ҙа, уҡығандар бар. Элекке һымаҡ булмаҫ инде, хәҙер мөмкинселектәр икенсе. Шулай ҙа тәбиғәт, хайуандар донъяһы тураһында ,  легендар генералыбыҙ  Шайморатов тураһында эҙләп уҡыған, классиктарыбыҙ  Зәйнәп Биишева, Мостай Кәрим, Динис Бүләков китаптарын һораған, Рәми  Ғарипов, Шәйехзада Бабич, Рәшит Назаров шиғырҙары менән ҡыҙыҡһынған, ялҡынлы шағир Рәйес Түләктең поэмаһын сәхнәләштергән егет-ҡыҙҙарыбыҙ бар, Аллаға шөкөр, тимәк киләсәккә өмөт бар. Был тәңгәлдә “Аҫылташ” балалар театры коллективы етәксеһе Радмир Дәүләтбәковты атап үтә алам. Ул сәхнәләштергән әҫәрҙәр ысын мәғәнәһендә баһаға лайыҡ. Күҙ йәштәре менән ҡарай тамашасы.

  Бөгөнгө  урта быуын Мөнир Ҡунафиндың рухлы әҫәрҙәрен уҡығандарын, Әхмәр Үтәбайҙың ижады, тарихи  роман-повесттар менән ҡыҙыҡһынғандарын  беләм, ҡатын-ҡыҙҙар Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның китаптарын да үҙ итәләр. Тимәк, барыбер ҙә һүҙҙең ҡәҙерен беләләр, һүҙҙең ҡәҙерен һанлайҙар.

- Матбуғат, милли матбуғат тураһында ла фекерегеҙҙе белге килә...

- Халҡыбыҙ хәл иткес тарихи  мәлдәрҙә лә һүҙ сәнғәтенән, матбуғаттан айырылмаған. Милли матбуғат халыҡ рухын күтәреүсе, берҙәм итеүсе көс булған. Ул бит халыҡтың күҙе лә, ҡолағы ла, рух сығанағы ла. Мин башҡорт тип әйтеүеңдән ни фәтеүә, әгәр милли матбуғатҡа яҙылмаһаң, милләтеңдең тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, киләсәгенә битараф булһаң?

- Бөгөнгө еңел булмаған (рухи йәһәттән тип әйтәйек) заманда үҙегеҙ атҡарған эштәрҙәр ҡәнәғәтһегеҙме? 

- Әйтеүемсә, тормош, хеҙмәт юлым мәҙәниәт, рухиәт менән бәйле булды. Ихлас осрашыуҙарҙан, нәфис һүҙ тантанаһынан рухланып, ялҡынланып, башҡарылған эштәрҙе хуплауҙарҙан күңел үҫеп ҡайтҡан саҡтар күп булды, әммә ҡәнәғәтлек тойғоһон  тулыһынса тойғаным булманы. Бәлки был, алда торған эштәр күп икәненә, һәлкәүләнмәҫкә ым-ишара булғандыр...

- Йәнең менән үртәлеп тә, ҡулыңдан килә алмаған эштәр ҙә була бит әле... Нисек кенә ҡабул итеүе ауыр булмаһын, дөрөҫлөгө -  ҡурҡыумы?

- Ундай саҡтар ҙа булды инде, була улар. Тик быны ҡурҡыу тип атамаҫ инем. Бәлки,үҙҡурсалауҙыр... Күҙ йомоп, алға ташланған мәлдәр ҙә булды... Хәҙер инде түҙгеһеҙ булһа, Хоҙай ҡулына тапшырам, уға һыйынам да, үҙ ағышына ҡуям...

- Иҫләйһегеҙҙер, быйыл йәй беҙ оҙаҡ ҡына һөйләшеп алдыҡ: милләт асылы,  ырыуҙар тарихы, ҡан хәтере тураһында. Бына ошо хәтирәләрегеҙҙе тағы ла яңыртайыҡ әле.

- Бынан 17 йыл элек күңелемде айҡалдырған-сайҡалдырған бер ваҡиға булды. Йылайыр районының Юлдыбай ауылының 800 йыллығы айҡанлы ырыуҙар йыйыны ойошторолғайны. Район мәҙәниәт йорто коллективы составында мин дә барғайным. Киң, иркен сәхнәлә һәр ырыу үҙе менән таныштыра, сығыш яһай. Үҫәргән, түңгәүер,ҡыпсаҡ, тамъяндар үтте.  Бына бөрйән ырыуын иғлан иттеләр. Баймаҡ районы вәкилдәре сәхнәгә сығыу менән , әллә нимә булды ла ҡуйҙы! Берсә ҡалтыранам, берсә янам, берсә өшөйөм! Янымда торғандар: “Нимә булды һиңә?”- тип аптыранып һорайҙар, хәүефләнеп киттеләр. Ә мин ни әйтергә белмәйем... Көнө буйы шул шауҡым аҫтында йөрөнөм. Ҡайтҡас, уҡытыусым Гүзәл Ғиззәт ҡыҙына һөйләнем. Мине шаңҡытҡан был ваҡиғаға яп-ябай һәм шул уҡ ваҡытта ни тиклем дә тәрән яуап бирҙе:  “Ҡан хәтере шул була, Нурия. Сирбай ауылына Бөрйән башҡорттары нигеҙ һалған.  Ауылға тәүге  ҡаҙыҡ ҡаҡҡан кешеләр араһында һинең ҡанбабаларың булған”. Ә мин үҙемде шуғаса ҡыпсаҡ тип йөрөй инем! Шунан башлап, тамырҙарымды барлай башланым, уҡытыусым күптән ауылым тарихын төйнәй башлаған булған, уға ҡушылдым. Эске аңыбыҙға, эске тойомлауыбыҙға һәр саҡ иғтибарлы булырға кәрәклегенә төшөндөм. Башҡортлоғобоҙ, милләт асылыбыҙ беҙҙе кеше иткән бит.

- Ә башҡортлоҡ ул нимә ул һеҙҙең өсөн? 

- Башҡортлоҡ минең өсөн ҡан тиртеүе, милләткә тоғролоҡ. Шунан да көслө тойғо юҡ, минеңсә.

- Башҡорттоң, милләттең, кешенең көсө нимәлә тип уйлайһығыҙ?

- Башҡорттоң,милләттең көсө – уның тамырында. Уның тарихында. Уның нәҫелендә. Шәжәрәһендә. Халҡыбыҙҙың меңәр йылдар буйына йыйылған аҡылынан, тарихынан, асылынан тайпылмаһаҡ,  абынмабыҙ, юғалмабыҙ.

- Халҡыбыҙға, киләсәгебеҙгә нимәләр әйтер инегеҙ?

- Халҡыма: бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп,һаҡлап, юғары күңел менән йәшәйек! Киләсәккә: халҡыма аяулы булһаңсы!

- Нурия апай, һеҙҙең менән сәғәттәр буйы

әңгәмәләшеп ултырырға мөмкин. Үҙ милләтеңде ни тиклем дә тәрән тойоуығыҙға хайран ҡалырлыҡ. Йөкмәткеле һөйләшеү өсөн ихлас күңелдән рәхмәт! Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ күптәрҙең күңеленә орлоҡ, шытым булһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ!

- Үҙегеҙгә рәхмәт! “Мораҙым”дың тоғро дуҫтары күп булһын!

Милләтемдең аҫыл ҡыҙҙары
Милләтемдең аҫыл ҡыҙҙары
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас