Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноября 2023, 08:05

Ижади мөхит

Ижади мөхит  “Геройҙарым араһында йәшәйем...”  Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – Ҡалдар мәктәбенең башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания  Ишмөхәмәт ҡыҙы Вәлитова. Гәзит уҡыусылар уның менән хикәйәләре аша күптән таныш тиһәк тә була.  Уҡытыусы һәм ижад күпселек осраҡта бергә үрелеп килә. Әңгәмәбеҙ –мөғәллимлек, остаздар, ижад һәм әҙәбиәт тураһында.

- Сания апай, быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылын ниндәй кәйефтәр, ниндәй өмөттәр, ниндәй маҡсаттар менән ҡаршыланығыҙ?

- Быйылғы Уҡытыусы һәм Остаз йылын икеле уйҙар менән ҡаршыланым. Сөнки тейешле тәжрибә тупланған, белем багажы ла туп-тулы. Тик шуларҙы өләшергә, бүлешергә кеше юҡ. Йәштәрҙең мәктәптәргә килмәүе һағайта.

 Оло быуын уҡытыусылары хаҡлы ялға китеп бөтһәк, балалар менән кем эшләр? Профессияның нескәлектәрен өйрәтеп, тыныс күңел менән китке килә хаҡлы ялға...

 - Һеҙҙең нәҫелдә мөғәллимдәр бармы? Һөнәр һайлағанда нимә йоғонто яһаны?

- Минең нәҫелемдә уҡытыусылар бөтөнләй юҡ. Профессия һайлағанда ҡайҙа барырға, кем булырға тигән һорау торманы. Беҙҙең күршеләребеҙ - Динә апай һәм Булат ағай Мортазиндар, икенсе күршебеҙ Миңнеғәле ағай Рафиковтар - уҡытыусылар ине. Уларҙың бөхтә йорттары, зауыҡ менән йыйыштырылған өйҙәрен күреп, “мотлаҡ уҡытыусы буласаҡмын һәм улар кеүек йәшәйәсәкмен” тип уйлай торғайным. Бәләкәй саҡтан уҡ үҙемдән бәләкәй балаларҙы уҡытып уйнап ултырғаным иҫемдә.

 Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырҙым һәм 33 йыл ошо һөнәремә тоғромон.

 Атайым Ишмөхәмәт мин бәләкәй саҡта уҡ мәрхүм булды.Әсәйем Мәғрифә Насретдин ҡыҙы беҙҙе-өс баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бик күп көсөн һалды. БДУ - ла уҡығанда әсәйемә  ауырлыҡ һалмаҫ өсөн эшләп уҡыным. Көндөҙ уҡырға ваҡыт ҡалһын тип һәр саҡ тиерлек төнгө сменаға эшкә урынлаша торғайным. Драма театрында иҙән йыуырға, 1-се һанлы икмәк комбинатында, Өфө фанера комбинаттарында ла эшләргә тура килде.

 Мәктәп йылдары 7-се кластан башлап 1-се һанлы интернат-мәктәп (хәҙерге Р.Ғарипов исемендәге гимназия) менән бәйле. Бында мин ысын дуҫтар таптым, һәләтле уҡытыусыларҙың һабаҡтарын алдым. Класташтарым менән тығыҙ бәйләнештә торам, йыл һайын  осрашырға тырышабыҙ. Улар араһында  ла республикала билдәле бик күп шәхестәр бар.

- Үҙегеҙ уҡыған осор менән бөгөнгөнө сағыштырып нимәләр әйтер инегеҙ? Уҡытыусы заманға яраҡлашырға тейешме? Заманға яраҡлашыу тигәндә, интернет технологиялары ғына түгел, ә заман ҡалыптарын, баҙар шарттарын да күҙ уңында тотҡанда...

- Мин уҡыған осор үткән быуаттың 80 йылдарына ҡарай. Ул саҡта мәктәптә уҡыу күңелле һәм мөһим ине. Шаулатып-гөрләтеп төрлө саралар, байрамдар ойошторола торғайны.  8 йыллыҡ ҡына Нуҡай мәктәбе күңелдә илһам тыуҙырған, оло юлға сығарған, беренсе тормош һабаҡтары биргән белем усағы булды. Ауылымдың уҡытыусылары тураһында әле лә йылы иҫтәлектәр һаҡлайым.

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мортазина Динә апайҙың дәрестәрендә тел нескәлектәренә төшөндөм, рус теле уҡытыусылары Итҡолова Миңнегөл апайҙың аңлатҡан темалары бөгөн дә иҫтә. География уҡытыусыһы Итҡолов Ғибат ағай дәрес үткәргәндә тәҙрәгә ҡарайым да елкәнле карапты күҙ алдына килтереп, хыялдарға бирелеп ултыра торғайным. Биология уҡытыусыһы , мәктәп директоры Миңнеәхмәт ағайҙың тауышы ҡолағымда яңғырай: “Бойҙай, ҡарабойҙай, һоло... “

Урындарығыҙ йәннәттә булһын, минең остаздарым... Ә кескәй йөрәгемдә мөғәллимлек уты ҡабыҙыусы –Дауытова Рабиға апай булды. Уның дәрестәрен көтөп ала инем. Хатта уның кеүек көлөргә, ул булып атлап йөрөргә тырыша торғайным. Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем уға.

 Хәҙерге заман менән мин мәктәптә уҡыған йылдарҙы бөтөнләй сағыштырып булмай. Әммә бер үк ҡиммәттәр - тыуған илгә һөйөү, телде яратыу, үҫтереү, ныҡлы белем алыу бер ҡасан да үҙгәрмәйҙер.

 Китаптарҙы беҙҙең тормоштан интернет ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Балалар китап уҡымай, телмәрҙәре ярлы. Хатта ҡайһы бер төп башҡорт һүҙҙәрен дә аңламай башланылар.

 Китап тотоп  ултырыуға ҡарағанда нисек аҡса табыу, табышлыраҡ эш, еңелерәк профессия алыу тураһында күберәк уйланалар. Хәҙерге тормош кешене баҙар шарттарына яраҡлашырға, күнергә мәжбүр итә.

 - Дәрес һөҙөмтәле үтһен өсөн шәхсән нисек әҙерләнәһең? Үҙең генә ҡулланған алымдарың бармы?

 -  Дәрес һөҙөмтәле үтһен өсөн иң беренсе үҙең теманы яҡшы аңларға, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Төрлө алымдар ҡулланам. Әкиәт алымы бик отошло. Һәр темаға тиерлек әкиәт йәки ҡыҙыҡлы хикәйә уйларға тырышам. Мәҫәлән, хәл ҡылымды былай өйрәтәм: ул  хәл тигән егет менән ҡылым тигән ҡыҙҙың улы. Уның холҡо шулай тип хәл ҡылымдың үҙенсәлеген  күрһәтәм. Һөйләй китһәң, күп инде улар...

- Башҡорт телен хәҙерге заманда уҡытыу ауыр түгелме? Элекке тел кимәле менән сағыштырып, нимәләр әйтер инегеҙ?

-  Башҡорт телен уҡытыу-бөгөнгө көндә тел һаҡлауҙың мөһим өлөшө булып тора. Дәрестәр бик әҙәйтелгән, туған телгә булған мөнәсәбәт һалғынайған ваҡытта икеләтә яуаплылыҡ тояһың. Һәр баланың күңеленә үтеп инерлек һүҙҙәр табырға тырышаһың...

- Телебеҙҙең киләсәге кем ҡулында тип уйлайһың? Уҡыусы, уҡытыусы йә ата-әсә?

- Телебеҙҙең киләсәге - беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ҡулындалыр, тип уйлайым. Тик уҡытыусы ғына, мәктәп кенә был эште уңышлы алып барып сығара алмаҫ.

 Бөтә халыҡ бер булып, берләшеп башҡарһа ғына телебеҙ юғалмаҫ, киләсәге ныҡлы һәм ышаныслы булыр.

 - Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен нисек баһалар инегеҙ?

- Уҡытыусы булараҡ шуны әйтә алам: тәрбиә ғаиләлә һалына. Туған телгә булған һөйөү ҙә шулай уҡ. Тик күп ғаиләләрҙә ата-әсә туған телде үҙҙәре белмәй, русса аралаша. Ҡатнаш никахтарҙың күбәйеүе лә кире йоғонто яһай.

- Сания апай, һеҙҙе беҙ уҡытыусы ғына түгел, ә  хикәйәләр оҫтаһы булараҡ беләбеҙ.  Әҙәбиәт, ижад донъяһына килеүең тураһында ла һөйләшәйек.Тәүге хикәйәләрең бала саҡта уҡ яҙылған, буғай.

- Минең тәүге хикәйәләрем Нуҡай мәктәбендә уҡығанда уҡ яҙылды, тик бер ҙә баҫылманы. Өфөлә уҡый башлағас, иптәш ҡыҙҙарымдың  исемдәрен ҡуйып баҫтыра башланым. Өлкән кластарға күскәс кенә был холҡомдо ташланым. Ул ваҡытта яҙыусы Мирас Иҙелбаев, Гөлфиә Юнысова, Зөһрә Ҡотлогилдиналар менән таныш инем инде.

- Хикәйә өсөн теманы нисек һайлайһығыҙ?

- Хикәйә өсөн теманы махсус һайламайым, үҙенән-үҙе хикәйә исеме, темаһы менән бергә килә. Тик ваҡыт етмәүе генә ҡамасаулай. Уҡытыусылыҡ эше ваҡытты күп ала. Ауылда йәшәгәс, тағы ла ҡатмарлаша.

 Мин хикәйәләремдең геройҙары араһында йәшәйем.

- Ижад донъяһы һеҙҙең өсөн нимә бирә? Төп эшегеҙҙән тыш яҙышыуға нисек ваҡыт бүләһегеҙ, нисек өлгөрәһегеҙ?  Һеҙҙең өсөн нимә илһам сығанағы?

- Яҙышырға бик аҙ ваҡыт ҡала. Бөтә кеше йоҡлап бөткәс, тулы һиллек урынлашҡас ҡына яҙышырға ултыра алам. Булмышым менән мин турғай. Төндә ултырыу минең  өсөн яза. Иртән иртә менән тороп эшләргә тырышам.

- Ниндәй яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйһығыҙ?

- Мин китап уҡырға яратам, тик ниндәй авторға өҫтөнлөк бирәм тип айырып әйтә алмайым. Салауат Әбүзәр, Зөлфиә Ханнанова, Мөнир Ҡунафиндарҙың китаптарын уҡыным һуңғы ваҡыттарҙа.

 Башҡорт яҙыусыларының ижади эшмәкәрлеге менән төплө танышмын тип әйтә алам.

- Ниндәй баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?

- “Мораҙым”,  “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрен алдырам. Тәүге икәүһе биттәрендә хикәйәләрем даими баҫылып тора. Шулай уҡ “Шоңҡар”, “Ағиҙел”журналдарын да яратып уҡыйым. “Шоңҡар” биттәрендә лә хикәйәләрем донъя күрҙе.

- Ниндәй ун китап тәҡдим итер инегеҙ уҡыусыларға?

- Хәҙерге йәштәргә заманса китаптар тәҡдим итер инем. Сөнки Совет осоронда яҙылған китаптар, ундағы ваҡиғалар хәҙергә йәштәргә аңлашылып етмәй.

Әлбиттә, һәр замандың үҙ яҙыусылары, үҙ әҫәрҙәре, үҙ шәхестәре. Башҡортмон тигән башҡорт үҙ милләтенең классиктарын уҡырға бурыслы барыбер ҙә.

 Ғөмүмән, әҙәбиәтте, нәфис һүҙҙе ихтирам иткән кешеләргә тормошта ла йәшәүе еңелерәктер тип уйлайым.

- Рәхмәт.

Ижади мөхит
Ижади мөхит
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас