Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2023, 04:15

Авариялар кәмемәй

Юлдарҙа әленән-әле авариялар булып тора. 

Авариялар кәмемәйАвариялар кәмемәй
Авариялар кәмемәй

Кисә иртән Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск трассаһында авария була, Lada Granta менән Audi A4 автомобиле бәрелешә. Бәрелеү һөҙөмтәһендә Лада юлдан төшөп китә һәм яна башлай. Водителе төрлө тән йәрәхәттәре ала.

4 ноябрҙә беҙҙең районда ла үлемесле авария теркәлә. Мерәүешле ауылы эргәһендә “ВАЗ – 21099” автомобиле машина идара итә алмайынса юлдан төшөп китә, һөҙөмтәлә автомобиль пассажиры һәләк була, водителе төрлө тән йәрәхәттәре ала.  

Шул уҡ көндө Наназркин ауылы эргәһендә йәнә бер авария теркәлә. “Лада-приора” алдындағы машинаны уҙам тип, шулай уҡ юлдан төшөп китә, һөҙөмтәлә 2016, 2022, 2019 йылғы пассажир балалар төрлө йәрәхәттәр ала.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас