

Кешелекте һоҡландырып та, хәүефкә лә һалып ҡырпағайҙың бишендә төнгө күк йөҙө ҡып-ҡыҙыл төҫкә инеп, тирә-яҡты балҡытты. Социаль селтәрҙәрҙә бер-бер артлы төрлө хәбәрҙәр, фотолар барлыҡҡа килде.
Һаҙағай (поляр балҡыш), ғәҙәттә, себер яҡтарына ғына хас. Ә был күренеш тотошлай тиерлек көнъяҡты ла биләп алды, Башҡортостандың һәр төбәгендә үҙенсәлекле тәбиғәт күренешен күҙәтә алды халыҡ. Кемдер матурлыҡҡа һоҡланһа, кемдер Күктәр тарафынан иҫкәртеү тип ҡабул итте.
Әйткәндәй, көслө геомагнит дауылы арҡаһында хасил булған һирәк осрай торған был поляр балҡыш Башҡортостанда тәүгә түгел. Ошондай уҡ һаҙағай апрелдә лә булғайны.
Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев иһә бындай аңлатма бирә:
- Аллаһы Тәғәлә тәбиғәткә һалған күренештәр төрлө ерҙә, төрлө миҙгелдә булып тора. Уны ниндәйҙер иҫкәртеү тип ҡабул итергә ярамай. Пәйғәмбәребеҙҙең улы Ибраһим үлгәндә, мәҫәлән, ҡояш тотола. Кешеләр быны шул ваҡиға менән бәйләп, һүҙ таралғас, ул:“Ҡояш менән ай бер кемдең үлеме йәки ғүмере арҡаһында томаланмай. Ҡояш тотолоуын күргәс, доға ҡылығыҙ һәм Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ” тип әйтә. Поляр балҡыш - ябай тәбиғәт күренеше.