Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2023, 06:40

Яҡташтары уны онотмай!

Ғорурланып телгә алырлыҡ яҡташтарыбыҙ бик күп. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов тап шундайҙарҙың береһе ине. Сағыу йондоҙ ине  Заһир Суфиян улы!  Ошо көндәрҙә уға 83 йәш тулған булыр ине...

Яҡташтары уны онотмай!Яҡташтары уны онотмай!
Яҡташтары уны онотмай!

 Яҡташтары, ауылдаштары һәм уҡытыусылар был көндө уның ҡәберенә зыярат ҡылған һәм сәскәләр һалған...  Заһир Суфиян улы (1 ноябрь 1940 йыл — 17 февраль 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981). Мәңгелек йоҡоһо тыныс, урыны йәннәттә булһын яҡташыбыҙҙың!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас