

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәре уңайынан ҙур тантана үтте.
Сарала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Газпром газ бүлеү Өфө – “Газкомплект” йәмғиәте директоры урынбаҫары Рәил Әбдрәхимов, ауыл хужалығы өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән хөрмәтле ветерандар, алдынғы эшсәндәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың предприятие, учреждение, ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.