

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы тармағының иң яҡшы вәкилдәренә Рәсәй һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының Күгәрсен районы буйынса сектор мөдире - төп дәүләт инженер-инспекторы Самат Ирек улы Ишмәтовҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Самат Ирек улын юғары наградаға лайыҡ булыуы менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм эшендә артабан да яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!