

Республика ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, “Лада Ларгус” автомобиле йәйге резинала йөрөүе сәбәпле авария булған. Водитель автомобилгә идараны юғалтып, ҡаршы юлға сығып, автобусҡа бәрелгән.
Шулай уҡ бөгөн Сибайҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Крупская һәм Революция урамдары киҫелешендә авария теркәлгән. Яҡынса фараз буйынса, Сибайҙан 83 йәшлек водитель “ВАЗ-2106” автомобилендә икенсе дәрәжәле юлдан сыҡҡанда “Лада Ларгус” автомобиленә юл бирмәгән, шула арҡала авария булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2106” автомобиле водителе йәрәхәтләнгән.
Дүртөйлө районында ла бөгөн иртәнге сәғәт 10-да Саҡмағош - Дүртөйлө автомобиль юлының 40-сы километрында 60 йәшлек ир “Лада Ларгус” автомобилендә, юлдан ситкә сығып китеп, түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә пассажир урындағы дауаханаға оҙатылған.
Былар барыһы ла бөгөн иртәнсәк теркәлгән авариялар. Уларҙың һәр бер осрағы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып барыла.
Хөрмәтле водителдәр, юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Әлеге ваҡытта һауа шарттары шәптән түгел: яуым-төшөм күҙәтелә, урыны менән ҡар яуа. Шуға ла автомобилдәргә ҡышҡы резиналы тәгәрмәстәр кейҙерергә күптән ваҡыт. Һеҙҙең автомобилдең торошона яуаплы ҡарауығыҙ кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарасаҡ.