

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уңыш - 2023” конкурсында еңгән 30 ауыл хужалығы хеҙмәткәренә яңы машина асҡыстарын тапшырҙы. “Lada Niva”ға эйә булыусылар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар. Д.В.Агеевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы тракторсы-машинисы Агеев Владимир Васильевич “Иң яҡшы комбайнсы” номинацияһында еңеүсе булһа, “Тәүәкән” йәмғиәтенең тракторсы-машинисы Ревал Әбдрәхимов “Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы” номинацияһында еңеү яуланы һәм яңы өр-яңы “Lada Niva”автомобилдәрен алды.