Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2023, 10:22

Көҙгө саҡырылыш:

көнүҙәк һорауҙарға яуаптар. 

Көҙгө саҡырылыш:Көҙгө саҡырылыш:
Көҙгө саҡырылыш:

 1 октярҙән 31 декабргә тиклем Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш кампанияһы үтә. Быйылғы кампанияның үҙенсәлектәре нимәлә, буласаҡ ил һаҡсылары һәм уларҙың ата-әсәләренә нимәләр белергә кәрәк? Ошо турала беҙ Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Ришат Әминевтан һораштыҡ.

- Ришат Фаат улы, быйыл беҙҙең райондан нисә кеше хәрби хеҙмәткә алына?

- Көҙгө саҡырылышта 60–тан ашыу егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡаралған. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡытына 18 йәше тулғандар һәм хеҙмәтте кисектереп тороуға бирелгән ваҡыты үткән йәки ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хәрби хеҙмәткә саҡырылмаған 1996-2005 йылдарҙа тыуған граждандар саҡырыла.

- Хәрби комиссариат урындағы ДОСААФ ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

- Эйе, сөнки хәрби һөнәрле булыу мөһим, хеҙмәтттә “С” категориялы водителдәр бик кәрәк. Әле Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарынан 26 курсант ДОСААФ ойошмаһында уҡыуын тамамлау өҫтөндә. Шулай уҡ 2024 йылдың яҙғы саҡырылышы төркөмөнә уҡыусылар ҡабул ителә.

- Һуңғы арала әрмегә саҡырыу йәше үҙгәрә, тип күп һөйләнелде. Был өлкәлә үҙгәрештәр булдымы?  

- Быйылғы көҙгө саҡырылыш элеккесә үтә, әммә 2024 йылдың 1 ғинуарынан яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин саҡырыу йәшен үҙгәртеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Яңы законға ярашлы, яңы йылдан әрмегә 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге ир-егеттәр саҡырыла, хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше өс йәшкә арта.

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға саҡырыу ҡағыҙҙарын тапшырыу өлкәһендә лә үҙгәрештәр булды түгелме?  

- Эйе, 2023 йылдың апреленә тиклем повестка саҡырылыусының йәшәгән, уҡыған урыны буйынса шәхсән ҡулына тапшырыла торғайны. Өйрәнелгән ысулға тағы өсәү өҫтәлде: хәҙер повестканы почта аша заказлы хат менән (хатты тапшырыу тураһында белдереү ҡағыҙы менән), Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша (әммә айырым норматив акт ҡабул иткәнгә тиклем портал аша повесткалар ебәрелмәй) ебәрергә, хәрби комиссариатта тапшырырға мөмкин.  

- Әрмегә саҡырылғанда һаулыҡ торошо ла мөһим роль уйнай.

- Әлбиттә, хәрби хеҙмәткә сикле яраҡлы йәки яраҡһыҙ тип танылғандарға хеҙмәт итергә тура килмәйәсәк. Был турала ҡарарҙы хәрби-табип комиссияһы хәл итә. Кәрәкһә, башҡа белгестәрҙе лә йәлеп итәләр. Призывникты медицина ойошмаһына бушлай амбулатор йәки стационар дауаланыу алырға ебәрергә мөмкин.

- Хәрби хеҙмәттән ҡасыусыларға ниндәй яза бирелә?

- Повестканы алыуҙан баш тартыусыларға, хәрби комиссариатҡа ваҡытында килмәүселәргә, бер ниндәй сәбәпһеҙ комиссариатҡа килеүҙән һәм медицина тикшереүе үтеүҙән ҡасып йөрөүселәргә закон алдында административ һәм енәйәти яуап тоторға тура киләсәк. Законһыҙ нигеҙҙә хәрби хеҙмәттән ҡасҡандарға 200 мең һумға тиклем штраф йәки 2 йылға тиклем мәжбүри эштәр, йә иһә алты айға тиклем ҡулға алыу йәки 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартыу өсөн 500 һумдан 3 мең һумға тиклем штраф һалына.

- Башҡа төрлө тәртип боҙоуҙар өсөн дә штрафтар күләме артҡан, тиҙәр.

- Эйе, 2023 йылдың 31 июлендәге Федераль законға ярашлы, хәрби комиссариатҡа законһыҙ нигеҙҙә  килмәгән өсөн 30 меңгә тиклем штраф ҡаралған.

Әгәр граждан хәрби комиссариатты ғаилә хәле, белеме, вазифаһы, эш урынын алмаштырыуы йәки икенсе урынға йәшәргә күсеп китеү тураһында иҫкәртмәһә, уға 5 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары ихтимал. 

Саҡырыу барышында йәшәгән урынынан киткән призывниктарға 20 мең һумға тиклем штраф янай.

 Предприятие, ойошма, учреждение, фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм уҡыу ойошмалары етәкселәре саҡырыу ваҡытына хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы эштән йәки уҡыуҙан бушатырға, комадировкаларҙан саҡырып алырға һәм уларҙың килеүен тәьмин итергә тейеш.

1 октябрҙән хәрби комиссариатҡа хеҙмәткәрҙәренә комиссариатҡа килергә кәрәкләге тураһында мәғлүмәт еткереү эшендә ярҙам итмәгән өсөн эш биреүселәргә һәм вазифалы шәхестәргә штрафтар биреләсәк. Указды үтәмәгән өсөн вазифалы шәхестәргә 50 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 400 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

- Был һорау хәрби хеҙмәткә яраҡлы балалары булған бөтә ата-әсәйҙе лә борсойҙор. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе махсус хәрби операцияға ебәрәләрме?

- Юҡ, призывниктарҙы махсус хәрби операцияға ебәрмәйҙәр. Шулай уҡ улар Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә хеҙмәтен үтмәйәсәк.

- Йәш һалдаттар үҙҙәре хеҙмәт итергә теләгән ғәскәр төрөн һайлай аламы?

- Күп осраҡта егеттәрҙең теләгенә булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, “РФ граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы положение”ның 14-се пунктына ярашлы, призывникты РФ Ҡораллы Көстәренең ниндәй төр ғәскәренә, хәрби формированиеһына һәм хәрби хеҙмәт үтеү органына тәғәйенләү тураһында ҡарар медицина тикшереүе, һөнәри психологик һайлап алыу, белем һәм махсус әҙерлек һөҙөмтәләре нигеҙендә башҡарыла.  

- Игеҙәктәр йәки бер туғандарға бер хәрби часта хеҙмәт итергә рөхсәт ителәме?

- Эйе. Игеҙәктәрҙе бер үк хеҙмәт урынына ебәрергә тейештәр. Ә бер туғандар бөтә талаптар буйынса тура килгән осраҡта ғына бер хәрби часҡа эләгергә мөмкин. 

- Әгәр хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының ғаиләһе һәм балаһы булһа, уны яҡын-тирәләге хәрби часҡа ебәрә торғайнылар. Хәҙер ҙә шулаймы?

- Эйе, әгәр саҡырылыусының балаһы, ата-әсәһе ауырыу йәки пенсия йәшендә булһа, уны йәшәгән урынына яҡын хәрби часҡа хеҙмәт итергә ебәрәләр.  

-Кемдәр әрмегә саҡырылмай?

- Һаулыҡ торошо буйынса сикле яраҡлы һәм яраҡһыҙ тип танылғандар; хәрби хеҙмәтте Рәсәйҙә йәки башҡа дәүләттә (РФ-ның халыҡ-ара килешеүҙәрендә ҡаралған осраҡта); алтернатив граждан хеҙмәтен үтеүселәр әрмегә саҡырылмай.

Ғилми дәрәжәһе булғандарҙың; хәрби йыйында ҡатнашыусы, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе хәрбиҙәрҙең, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың; яраланыу, травма, контузия алғандан йәки хеҙмәтен үтәгән осорҙа алған ауырыу арҡаһында үлгән граждандарҙың улдары (бер туған ҡустыһы) хәрби хеҙмәткә саҡырылмай.

Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә язаға тарттырылғандар: мәжбүри һәм төҙәтеү эштәрен башҡарыусылар, иректәре сикләнгәндәр, арестҡа алынғандар йәки иркенән мәхрүм ителгәндәр, енәйәт эшләгән өсөн хөкөмгә тарттырылғандар, тәүтикшереү йәки тәфтиш йәиһә енәйәт эше алып барылғандар алынмай.

- Әрмегә саҡырылғандар контракт төҙөй аламы?

- Эйе, хеҙмәт итә башлағандан алып улар РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй ала.

- Ришат Фаат улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас