

Ошо рецептты ҡулланып ҡарағыҙ. Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға ҙур ҡалаҡ менән бер ҡалаҡ йыуып һалып, тултырып һыу ҡойорға. Һыулы банканы ҙур кәстрүлгә һыу һалып шунда ҡуйып, ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап ултырғанда тәүҙә һоло өҫкә ҡалҡа, аҙаҡ ҡайнай-ҡайнай аҫҡа төшөп ултыра. Шунан банканы алып, һыуытып, һөҙөргә кәрәк. Был төнәтмәне көн һайын ас ҡарынға бер сынаяҡ эсергә кәрәк. Һыуытҡыста һаҡларға. Ике банка эскәндән һуң, өс аҙна ял итергә, аҙаҡ тағы берҙе ҡабатларға.