

Суд системаһын үҫешенә ҙур шәхси өлөш индереүе, хоҡуҡтарҙы һәм ғәҙеллекте нығытыуға булышлыҡ итеүе өсөн Азат Винер улына Рәсәй Юғары судындағы Суд департаментының 2-се дәрәжә “Тырышлыҡ өсөн” отличие билдәһе тапшырылды.
Азаттың атаһы Венер Ғәйнулла улы (ул 2010 йылда вафат булған) Түләбай ауылында донъяға килгән, әсәһе Рәмзиә Мөхәмәдйән ҡыҙы Йылайыр районында тыуып үҫкән. Яҡташыбыҙ Теләүембәт ауылында тыуған, Йомағужа 1-се урта мәктәбен, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын ул Мәләүез район судында судья ярҙамсыһы булып башлай. Артабан Учалы район судына судья итеп эшкә күсерәләр. Бер нисә йыл Балтас район-ара суды рәйесе булып та эшләгәндән һуң, 2019 йылда Нефтекама ҡала суды рәйесе итеп тәғәйенләнә.