Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2023, 04:10

Һәр миҙгелдең бар шул үҙ йәме...

 Ҡартлыҡ –шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, туҡһанды уҙғас та үҙ аңыңда булып, аяғөҫтө йөрөй алыуың, үҙ аллы донъя көтөүең үҙе ҙур бәхеттер!   Яңауыл ауылында йәшәүсе Бәҙерниса инәй Буранбаева 1932 йылдың 1 июлендә Бикбулат ауылында донъяға килгән. Хәҙергеләр хәтеренә бик һеңеп бармаһа ла, элеккеләрҙе кисә генә булғандай иҫләй Бәҙерниса инәй.

Һәр миҙгелдең бар шул үҙ йәме...Һәр миҙгелдең бар шул үҙ йәме...
Һәр миҙгелдең бар шул үҙ йәме...

1951 йылда уны Яңауыл егете Ғарифйән Шәрифйән улы Буранбаевҡа кейәүгә бирәләр. Тәүге йылдарҙа йәш кәләш тыуған ерен, ата-әсәһен, туғандарын бик һағына, өйрәнә алмай йонсой. Хатта ҡасып та ҡарай. Өс йыл илай... Шунан ғына күнегеп, ерегеп китә.

 Бик матур, татыу йәшәй Бәҙерниса менән Ғарифйән. Фәрит, Таңһылыу, Хәмит, Хәйҙәр, Хәзирә һәм Әсҡәт исемле 6 бала үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә Хәмит исемле улы ла, бабайы ла юҡ инде...

 - Бала саҡ менән йәшлегебеҙ ауыр саҡҡа тура килһә лә, хәҙер рәхәт йәшәйбеҙ. Балаларым килеп тора, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә иғтибарҙан өҙмәй, - ти 18 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәре булған бәхетле өләсәй-ҡәрсәй.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас