

5-се класҡа тиклем Мәҡсүт урта мәктәбендә, аҙаҡ Өфө ҡалаһының Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында белем ала. Аҙаҡ Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби университетының хәрби дирижерҙар хәрби институтын тамамлай. Бөгөнгө көндә ул “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы эксперты булып тора, РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Байраҡлы Жуков орденлы округы Оршан-Хинган үҙәк штабы оркестрын етәкләй. Уның атаһы Зәки Зиинәт улы Ереклелә тыуып үҫһә, әсәһе Сания Рәхмәтулла ҡыҙы Санъяп ауылынан.