

Уны асыу тантанаһында район башлығы Марат Исҡужин, хакикимиәт вәкилдәре, төҙөүселәр һәм, әлбиттә, ауыл халҡы ҡатнашты.
- Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә күперҙең сафҡа индерелеүе ҙур ваҡиға. Авария хәлендәге күпер ҙур борсолоу тыуҙыра ине. Был мәсьәләне уңышлы хәл иттек, - тине Марат Сәлим улы яуаплы эште ваҡытында һәм сифатлы итеп тормошҡа атҡарған төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдереп.
Иң тәүге булып күпер аша Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Рәил Мөтиғулла улы Иҫәнбирҙин үҙ машинаһы менән үтте.
Сара хаҡындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.