З.Биишева исемендәге мәктәптә, артабан Мораҡ 1-се урта мәктәбендә уҡыған мәлендә лә үҙен төплө белемле, оҫта бейеүсе, спортсы итеп таныта. Юғары белем алғас, Ватан алдындағы изге бурысын һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҙур намыҫ менән үтәй. Үҙенең хеҙмәт юлын суд приставтары хеҙмәте системаһында башлай... Ә үткән йылдың 29 сентябрендә Өфө ҡалаһынан хәрби операцияға мобилизациялана.
Филүстең киләсәккә хыялдары, маҡсаттары яҡты булған. Уны оҙатып килеүсе хәрбиҙәр ҙә: “Офицерҙар рәтенә баҫасаҡ һалдат ине, ғүмеркәйҙәре генә ҡыҫҡа булды”, - тип, тәрән үкенесен белдерҙе.
Матәм сараһында һүҙ тотҡан һәр ҡайһыһы Филүстең исемен гел яҡшы яҡтан, оло ихтирам-хөрмәт менән телгә алып, егеттең әсә-атаһы Фәрзәнә һәм Рәүф Хөснуллиндарҙың, кәләше Алинаның, туғандарының әсе ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға сабырлыҡ юлдаш булыуын теләне. Беҙ ҙә, хөрмәт иткән кешеләребеҙ – Фәрзәнә апай менән Рәүф ағайҙың тәрән ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға, туғандарына ҙур сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Йәш кешенең, айырыуса батыр егеттең үлеме бик аяныс. Һөйөклө ата-әсәһе, район өсөн генә түгел, илебеҙ өсөн, әлеге ваҡытта ил территорияһына дошман индермәҫ өсөн һаҡта тороусы егеттәр өсөн ҙур юғалтыу был.
Тыныс йоҡла, батыр! Хәш мәңгегә, батыр егет!