Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2023, 11:33

Майҙансыҡ асылды

 Бөгөн Бикбулат ауылында ҡыуаныслы ваҡиға булды – спорт майҙансығы асылды.  Бикбулат ауылы “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында 1-се урын яулап, 5 млн һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Нәҡ ошо аҡсаға Бикбулатта өс өлөштән торған заманса спорт майҙансығы төҙөлдө.  Халыҡ көтөп алған ошо майҙасыҡты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин етәкселегендә ҡунаҡтар - Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, медицина фәндәре дкоторы, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡалар ҡатнашты.  Ҡунаҡтарҙың һәр береһе сығыш яһап, сәләмәт, айыҡ тормош өсөн янып йәшәүсе бикбулаттарҙың әүҙем, берҙәм, рухлы булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға рәхмәт белдерҙе.  Ошо мәртәбәле конкурста еңеүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм әүҙемдәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм райондың Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.   

Майҙансыҡ асылдыМайҙансыҡ асылды
Майҙансыҡ асылды

 Бөгөн Бикбулат ауылында ҡыуаныслы ваҡиға булды – спорт майҙансығы асылды.

 Бикбулат ауылы “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында 1-се урын яулап, 5 млн һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Нәҡ ошо аҡсаға Бикбулатта өс өлөштән торған заманса спорт майҙансығы төҙөлдө.

 Халыҡ көтөп алған ошо майҙасыҡты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин етәкселегендә ҡунаҡтар - Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, медицина фәндәре дкоторы, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡалар ҡатнашты.

 Ҡунаҡтарҙың һәр береһе сығыш яһап, сәләмәт, айыҡ тормош өсөн янып йәшәүсе бикбулаттарҙың әүҙем, берҙәм, рухлы булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға рәхмәт белдерҙе.

 Ошо мәртәбәле конкурста еңеүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм әүҙемдәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм райондың Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.   

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас