+22 °С
Ямғыр


Бөгөнгө байрамда бүләкләнеүселәр күп булды. Хеҙмәттәре менән хөрмәт ҡаҙанған ауыл эшсәндәренә, хәрби бурысын оло намыҫ менән үтәүсе бер төркөм мобилизацияланғандарға төрлө министрлыҡ, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Күп балалы әсә Айгөл Юлсурина район башлығы Марат Исҡужин ҡулынан ”Әсәлек даны” миҙалын алһа, 50 йыл бергә ғүмер иткән Брыкиндар ғаиләһе шулай уҡ иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.