

Матур тәрбиә ғаиләнән башлана
Буласаҡ педагог районыбыҙҙың йәмле Ибраһим ауылында, ауылдың иң хөрмәтле һәм абруйлы кешеләренең береһе Венера менән Хәмитулла Аллағужиндарҙың күп балалы татыу һәм күркәм ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы менән әсәһе 6 ҡыҙын иркәләп-наҙлап, һәр береһенә яҡшы тәрбиә биреп үҫтерә, юғары белем алырға, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә.
Хәмитулла Заһит улы ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау тармағына бағышлай, 25 йыл Күгәрсен районының эске эштәр бүлегендә участка инспекторы булып эшләй. Тыуған районы, тыуған ауылы өсөн изге эштәр башҡарып, ауылдаштарының, яҡташтарының хөрмәт-ихтирамын да яулай. (Үкенескә күрә хөрмәтле уҙаман хәҙер беҙҙең араларҙа юҡ инде ). Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, Венера Камалетдин ҡыҙы ла егәрле, уңған. Гел тынғыһыҙ эштә йөрөгән иренә тоғро тормош юлдашы, йорт-ихатаһын гөл итеп тотҡан уңған хужабикә, ҡыҙҙарына хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ул.
- Бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа, тәмле итеп бешерергә өйрәтеүсе лә ул – әсәйем булды. Ул әле лә тыуған нигеҙҙен йылыһын, ҡотон һаҡлап, беҙ ҡайтҡанда ҡыуанып ҡаршы алып, юлға сыҡҡанда изге доғаларын уҡып оҙатып ҡала, - ти Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы ҡәҙерле кешеһе тураһында.
Ата-әсәһенең лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләнгән ҡыҙ мәктәптә лә һынатмай. Ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Мораҡ 2-се урта мәктәбендә дауам итә. Бала саҡтан күңеленә һалып ҡуйған, тәүге уҡытыусыһы Рәйсә Ҡасим ҡыҙы кеүек уҡытыусы булыу хыялына тоғро ҡалып тырышып уҡый. Тырыш ҡыҙға бөтә фәндәр ҙә еңел бирелә, шуға мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, үҙ маҡсатына ирешә – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, тыуған мәктәбенә – Башҡорт гимназияһына ҡайта һәм яратҡан эшенә башкөлләй сума. Хәҙер инде эш башлауына утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән, Шәкирә Хәмитутла ҡыҙы үҙ хеҙмәтен бөтә күңелен һалып башҡарған, ата-әсәләрҙең дә, коллегаларының ихтирамын яулаған тәжрибәле һәм алдынғы ҡарашлы уҡытыусыларҙың береһе.
Уҡытыусы һәләте тәбиғәттән бирелгән
Яғымлы, мөләйем, ипле, шул уҡ мәлдә йөҙөндә уҡытыусыларға ғына хас етдилек һәм талапсанлыҡ сағылған уҡытыусыға ҡарап, уға педагог булыу һәләте тәбиғәттән бирелгәндер, тигән уйға ҡалаһың. Хәйер, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтереп булмай. Эйе, яңы ғына уйынсыҡтарынан арынып, тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап ингән сабыйҙарҙы дәрестә ултырырға, тәүге хәрефтәрҙе, яҙырға, уҡырға, донъяны танып белергә өйрәтер өсөн күпме көс, күпме тырышлыҡ, күпме түҙемлек кәрәк. Артыҡ тауыш күтәрмәйенсә класта тәртип урынлаштырыу, һәр уҡыусыһы күңелендә белем алыуға, белмәгәнен өйрәнеүгә дәрт уятыу менән бер рәттән уларҙы аҡыллы, намыҫлы, тырыш итеп тәрбиәләү, ауырлыҡтарҙы еңергә, үҙ көсөнә ышанырға өйрәтеү өсөн айырым бер һәләт кәрәктер.
- Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу булыуы менән ғорурланам - ти үҙ эшен яратҡан уҡытыусы. - Гимназияла эшләү дәүерендә 7 быуын башланғыс класс уҡыусыларын сығарҙым, иң тәүге уҡыусыларым хәҙер инде уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәре эшләп йөрөй.
Һуңғы ике класс менән “Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ. Минең өсөн уҡыусыларымдың юғары уңыштарға өлгәшеүе, тормошта үҙ юлдарын табып, лайыҡлы йәшәүҙәре, һөнәр алып, илгә, республикаға кәрәкле кеше булыуҙары ҙур шатлыҡ, - ти ул.
- Балаларҙың абруйын яулау өсөн педагог ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? - тип һорайбыҙ тәжрибәле педагогтан.
- Уҡытыусы үҙе һайлаған һөнәренә тоғро булырға һәм эшен яҡшы белергә тейеш. Һис шикһеҙ, уға заман менән бергә атлау, уҡытыу һәм тәрбиә эшендә яңы технологиялар ҡулланыу мөһим. Уҡытыусы уҡыусыларын яратырға, улар менән бар телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомлап, уҡытыуҙы алып барырға тейеш. Шул саҡта ғына ул баланың хөрмәтен һәм ышанысын яҡлаясаҡ, - Шәкирә Хәмитулла ҡыҙының был кәңәштәре яңы эш башлаусы йәш белгестәргә бик фәһемле булыр.
- Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Бөгөнгө балалар ниндәй? Һеҙ эш башлаған заман балаларынан айырыламы?
- Мин хеҙмәт юлымды 32 йыл элек 2-се һанлы Мораҡ урта мәктәбендә башлап ебәрҙем. Элекке ваҡыт менән әлегене сағыштырып булмай. Эйе, ул ваҡыттарҙа ла шаян, шуҡ, отҡор балалар күп ине. Хәҙерге заман балаларын интернет һәм гаджеттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, яҡшыны насарҙан, ялғанды дөрөҫтән айыра белергә өйрәтеү – беҙҙең тәүге бурыс. Заман балаларын ата-әсә һәм уҡытыусылар менән бер рәттән, ниндәйҙер кимәлдә, интернет та тәрбиәләй, тип әйтергә була. Шуға күрә бөгөнгө малай һәм ҡыҙҙар теремек, тиктормаҫ һәм ҡыҙыҡһыныусан. Уларҙың һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар һәм һәр бала тиерлек үҙ фекерен яҡлай белә. Заман балаларының был сифаты маҡтауға лайыҡ.
- Иң элек балаларҙы ата-әсә тәрбиәләй, тинегеҙ. Өлкәндәргә ниндәй кәңәш-теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
- Ата-әсә балаһын һүҙ менән түгел, ә үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тейеш.Сөнки сабый саҡтан бала барыһын да ата-әсәһенән күреп үҫә. Һәр ата-әсә балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә, төрлө яҡлап асырға тырышһын. Мәктәп һәм уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булып, тәртипле, әҙәпле балалар үҫтерһендәр, - тине ул ата-әсәләргә кәңәштәрен биреп.
Һәр уҡытыусыны иң ҡыуандырғаны уҡыусыларының ҡаҙаныштары. Шәкирә Хәмитулла ҡыҙының уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа йыл да еңеүҙәр яулай. Ғөмүмән әйткәндә, Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы етәкләгән класс һәр саҡ иплелеге, тәртибе, үҙҙәрен тотоуы менән башҡаларҙан айырылып тора.
Үҙенә ышанып тапшырылған һәр эште теүәл үтәгән, яҡшы ойошторған, үҙ һөнәрен яҡшы белгән тәжрибәле педагог 11 йыл башланғыс кластар методик берләшмәһен дә етәкләй.
Оҫта педагогтың тырыш хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең, гимназия администрацияһының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнә. 2019 йылда Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ була.
Татыу ғаилә – ил күрке
Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә? Яратҡаң эшең, яратҡаң кешең – һине ярты һүҙҙән аңлаған ишең булыуҙа, һөйгәнең менән күркәм донъялар ҡороп, матур балалар үҫтереүҙә. Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы һәр яҡтан да уңған, донъяһы түңәрәк, күңеле бөтөн. Тормош иптәше Илдар Әхмәтйән улы менән матур донъялар ҡороп, үҙ тырышлыҡтары һәм көсө менән мөһабәт йорт һалып сығалар. Уларҙың күркәм йорттары Зәйнәб Биишева урамының бер биҙәге, йәме. Илдар Әхмәтйән улы һөнәре буйынса электрик. Районыбыҙҙың бик күп йорттарында уның тырышлығы менән эшләнгән “уттар” балҡып тора. Татыу һәм берҙәм пар үҙ өлгөһөндә матур балалар ҙа тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Илнур Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлаған. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ғүмерен олатаһы кеүек хоҡуҡ һаҡлау тармағы менән бәйләй. Әлеге көндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының район бүлексәһендә дәүләт инспекторы булып эшләй. Ҡыҙҙары Илгизә медицина өлкәһен һайлаған, Башҡорт дәүләт медицина университетының 5-се курсында белем ала. Уҡыуын тамалағас, уның да ата-әсәһе кеүек намыҫлы белгес булырына шигебеҙ юҡ.
- Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәүлек әйләнәһенә эштә тиергә була. Эшемдә өлгәшкән уңыштарым, яулаған яңы үрҙәрем, барыһы ла ғаилә ағзаларымдың миңә булған ихтирамы, иғтибары һәм ярҙамы менән яуланған, - ти Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы.
...Бына балаларҙы белем тигән серле тауҙың тағы ла бер баҫҡысына күтәрелергә саҡырып ҡыңғырау сыңлай. Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы ышаныслы аҙымдар менән белем киңлектәрен ҡосорға ҡанат ҡуйыр өсөн йәнә үҙ уҡыусылары янына ашыға.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.