+28 °С
Болотло


Ҡурайсылар конкурсында республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән 100-ҙән ашыу ҡурайсы араһында беҙҙең райондаштарыбыҙ ҙа булды һәм лайыҡлы сығыш яһаны: Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Ҡыпсаҡ” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Юлай Ҡыҙрасов) – 2-се дәрәжә лауреат, Радмил Ғөбәйҙуллин - 2 дәрәжә лауреат, Иҙел Исҡужин дипломант булды.
Фестивалдә беҙҙең райондың уҡсылары ла (етәксеһе - Линар Сәйфетдинов) әүҙем ҡатнашты.