Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2023, 07:30

Урман шаулап үҫер...

 Ринат Ғилмановтың урмансылыҡ эшенә тотоноуына инде 30 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Ул -  БР “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Эйек урмансылығы участка лесничийы.  

Урман шаулап үҫер...
Урман шаулап үҫер...

1989 йылдың мартында йәш урман хужалығы инженеры Инәк урмансылығында урмансы ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай.  Ике айҙан белгес  Эйек урмансылығына күсерелә һәм әлеге көндә лә шунда эшләй. Бына шул мәлдән алып, уның бар булмышы, бар тормошо тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлау, арттырыу менән бәйле.

Урмансы эше ситтән ҡарағанда ғына ябай тойола: ағастар “ашарға һорамай”, даими тәрбиә кәрәкмәй, үҫәме-үҫә, законһыҙ ҡырҡмаһындар өсөн ҡарап торһаң шул да етә. Әммә төптән уйлаһаң, йылдан-йыл йоҡара барған “йәшел юрған”ды һаҡлау, тәбиғәт байлығын арттырыу үҙе генә ни тиклем көс, фиҙаҡәрлек талап итә!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: