Ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, урмансылар һәр ваҡыт урман һағында тора.
Урман хужалығы хеҙмәткәре. Был һөнәр халыҡ байлығын һаҡлау һәм яҡлау, арттырыу, ағас әҙерләү һәм, әлбиттә, уны эшкәртеү менән бәйле бөтә нәмәне үҙ эсенә ала.
“Күгәрсен урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы 2008 йылдың октябренән алып эшләй. Территорияның оҙонлоғо - төньяҡтан көньяҡҡа 84, көнбайыштан көнсығышҡа табан 65 саҡрым. Урмансылыҡ биш участка урмансылығына бүленгән: Мораҡ, Эйек, Инәк, Күгәрсен һәм Наҡаҫ.
Дәүләт учреждениеһының төп бурысы - урман фонды биләмәһендә бөтә хужалыҡ эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу, диләнкәләрҙе аралаш һәм төп файҙаланыу өсөн бүлеү, урмандарҙы тергеҙеү, агротехник тәрбиәләү, стандарт ултыртыу материалын үҫтереү, ағас үҫентеләре өсөн ер әҙерләү, тәбиғи урмандарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итеү.
Был тармаҡта тир түккәндәр шулай уҡ урман янғындарын һүндереү һәм ағас әҙерләү, ағас-таҡта бысыу, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек сәнәғәт-хужалыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.