Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2023, 04:36

Газ сәнәғәте – үтә яуаплы хеҙмәт

Районды “зәңгәр яғыулыҡ» менән тотороҡло һәм аварияһыҙ тәьмин итеү туранан-тура газ тармағы хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәрлеге һөҙөмтәһенән тора. «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең Күмертау филиалы Күгәрсен комплекслы хеҙмәтендә лә үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле эшселәр эшләй.  Шундайҙарҙың береһе – ер аҫты газ ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау буйынса слесарь Айнур Мәжитов. Ул был тармаҡҡа 2019 йылда килә. Йәш кенә булһа ла, тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, бөтә бирелгән эштәрҙе үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарған, коллективта ихтирам ҡаҙанған абруйлы хеҙмәткәр ул Айнур Зиннур улы.

Газ сәнәғәте – үтә яуаплы хеҙмәтГаз сәнәғәте – үтә яуаплы хеҙмәт
Газ сәнәғәте – үтә яуаплы хеҙмәт

 

 Йәштән тырыш егет Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ урта мәктәбендә - туғыҙҙы, 10-11 кластарҙы Башҡорт гимназияһында тамамлай,  Күмертау ҡалаһының  иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында юғары белем ала. Ил алдындағы ир-егет бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын ябай слесарь булып башлай.

 - Һайлаған һөнәрем үҙемә ныҡ оҡшай, еңел бирелде. Өйрәнеп китеүе ауыр булманы, ике ай буйы уҡыныҡ, оҫталар, хеҙмәттәштәрем үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашып, өйрәтеп торҙолар.

 Оло яуаплылыҡ талап иткән бик кәрәкле хеҙмәт ул. Сөнки беҙҙең Рәсәйҙә газ, нефть ятҡылыҡтары күп, уларҙы халыҡ файҙаһына тейешле кимәлдә ҡулланыу өсөн бөтә эштәр ҙә эшләнә.

 Бөтә нәмәне урын-еренә еткереп эшләргә кәрәк, сөнки газ үтә лә хәүефле өлкә, саҡ ҡына етешһеҙлек булдымы,  бар селтәр туҡтауы ихтимал.  

 Етәкселәр ҙә эшебеҙҙе лайыҡлы баһалай, район хакимиәте, профсоюз ойошмаһынан рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары алдыҡ,- ти Айнур Зиннур улы үҙенең яратҡан эше тураһында.

 Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тигәндәй, атаһы Зиннур ағай мәрхүм дә, әсәһе Зимфира апай ҙа районда абруйлы кешеләр, өс уланға – Радмир, Ринат һәм Айнурға матур тәрбиә биреп, оло юлға сығарып, кәрәкле һөнәр һайлауҙа ярҙам иткәндәр. Ябай ғаиләлә тыуып үҫеп, халыҡ мәнфәғәтенә тоғро хеҙмәт иткән ир-уландар ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең киләсәге ул.

 - Коллективта үҙ һөнәрен яҡшы белгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Етәкселек тә яҡшы, һәр башланғысыбыҙҙы хуплап ярҙам итә. Форсаттан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм ғаилә именлеге, һаулыҡ, аварияһыҙ эш көндәре теләйем, - тип изге теләктәрен дә еткерә әңгәмәсебеҙ.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас