Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2023, 08:21

Бәхил бул, Артём!

 Бөгөн, изге йомала, яҡшембәттәр үҙенең аҫыл егетен, ил батырын – Артём Ғилмановты һуңғы юлға оҙатты.  Хәрби операциянан отпускыға ҡайтҡан егеттең ғүмере юл һәләкәтендә өҙөлдө. 29 сентябрҙә уға 20 йәш тулған булыр ине.

Бәхил бул, Артём!Бәхил бул, Артём!
Бәхил бул, Артём!

 Артём Рәил улы биш бала тәрбиәләнгән матур ғаиләнән. Тәүге уҡытыусыһы ла, ауылдаштары ла егеттең мәктәптә уҡыған осорҙа үҙен гел яҡшы яҡтан күрһәтеүе хаҡында әйтеп үттеләр. 9-сы класты Мораҡ башҡорт гимназияһында тамамлағас, спорт һөйөүсе үҫмер Күмертау педагогия колледжының физик культура бүлегендә белем алған. 2021-2022 йылдарҙа Ватан алдындағы изге бурысын Мәскәү өлкәһендә үтәгән. 2023 йылдың 20 мартында контракт менән хеҙмәткә китеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, иңдәренә төшкән бурыстарҙы ҙур намыҫ менән башҡарған яҡташыбыҙ.

 ...Тәҡдирҙәргә нимә яҙылғанын бер кем дә белмәй... Йәш кенә ғүмеркәйҙәре ҡылдай өҙөлгән Артемдың ата-әсәһенең, дуҫ-туғандары, яҡындарының әсе ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

  

    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас